Бөгөн традицион булмаған медицина, халыҡ дауалауы ысулдары киң танылыу алды. Баймаҡ ҡалаһынан Гөлназ Баймырҙина – профессиональ массаж яһау оҫтаһы, бер үк ваҡытта һөлөк ҡуйыу менән дә шөғөлләнә. Ул – ошо йүнәлештәр буйынса махсус уҡыған һәм тиҫтә йылға яҡын тәжрибәгә эйә булған белгес. Гөлназ Әҡсән ҡыҙы әле лә даими рәүештә белемен камиллаштырыуға, үҙе өсөн халыҡ медицинаһын төрлө яҡлап асыуға ҙур иғтибар бирә. Уның менән ойошторған әңгәмәбеҙ күптәр өсөн фәһемле, ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ. – Гөлназ, һөлөктө ниндәй осраҡтарҙа тәҡдим итәһегеҙ? Уның файҙаһы нимәлә? – Ата-бабаларыбыҙ һөлөктөң шифаһын борон-борондан белгән һәм ҡулланған. Баймаҡ районының Йомаш ауылында йәшәгән ҡарт өләсәйем һәр ваҡыт банкала һөлөк тота торғайны. Улар уны Һарыҡташ яғынан, Уртаҙым тигән йылғанан алып ҡайта ине. Ҡарт өләсәйем Сәмиға Байегетова кендек инәһе булды, өшкөрөп, имләп тә дауаланы, һөлөк тә ҡуйҙы. Хәҙер беҙ культуралы юл менән үрсетелгән һөлөктәрҙе ҡулланабыҙ, бындай биофабрикалар Мәскәүҙә һәм Са