Найти тему
Башҡортостан гәзите

Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр арта

Хәрби саҡырылыш кампанияһы башланһа, йыш ҡына үҙемдең армия ваҡыты иҫкә төшә. Мәктәптә уҡытыусы булып эшләп йөрөгәндә ҡулыма повестка тотторҙо почтальон. Иртәгәһенә иртүк хәрби комиссариатҡа ашыҡтым. Ҡыҫҡаһы, ике йыл ил алдындағы бурысты үтәп ҡайттым. Әйткәндәй, күптән түгел хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды. Ошо уңайҙан Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил БЛАЖЕВИЧ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. – Ғәҙәттәгесә, 1 апрелдән 18 йәше тулған егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды, ул 15 июлгә хәтлем дауам итә. Ошо арауыҡта Башҡортостандан яҡынса 5500 егет биленә һалдат ҡайышын тағасаҡ. – Быйыл хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһының үҙенсәлектәре нимәлә сағыла?– Ғөмүмән, көҙгө саҡырылыш булһынмы, яҙғы саҡырылышмы, бер ниндәй ҙә үҙенсәлек юҡ. Ул планға ярашлы бара. Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә билдә­ләнгән стандарт срок буйынса үтәсәк. – Михаил Александрович, ха­лыҡ араһында төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Имеш, әле армияға алын­ған егеттәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрәсәктәр. Ошоға асыҡлыҡ индерегеҙ әле.– Ысынлап та, хәрби хеҙмәткә өсөнсө саҡырылыш һуҙымында халыҡты ошо һорау борсомай түгел, ныҡ борсой. Хәрби хеҙмәткә рәттән ике саҡырылышта ла берәү­ҙе лә махсус хәрби операция бар­ған урынға ебәрмәнеләр. Бының шулай дауам ителеренә киләсәктә лә тулыһынса ышанам һәм вәғәҙә бирәм, берәү ҙә ул тарафтарға оҙатылмаясаҡ. Шуға күрә лә был тәңгәлдә йәмәғәтселектә бер ниндәй ҙә шикләнеү ҙә, икеләнеү ҙә булырға тейеш түгел. – Шулай уҡ ата-әсәләрҙе тағы ла бер һорау бик борсой. Йәнәһе лә, әрме хеҙмәтенең срогы оҙай­тыласаҡ. Ошо ысынбарлыҡҡа тап киләме?– Әле һалдаттың хеҙмәт итеү ваҡыты бер йыл, ул киләсәктә лә шулай ҡаласаҡ. Хеҙмәт итеү срогын оҙайтыу-оҙайтмау мәсьәләһе ошоғаса ҡаралманы, хатта был турала фекер алышыу ҙа булманы. – “Улыма тиҙҙән 27 йәш тула, төрлө сәбәптәр арҡаһында әрмегә барыу кисектерелеп килде. Армияға алыу йәшенең үҙгәреүе ихтимал, тиҙәр. Ул дөрөҫмө?” – тип редакцияға шылтыратты бер ханым. Был хаҡта нимә әйтерһегеҙ?– Алдан уҡ барыһын да тыныс­ландырам – был юҫыҡта ла бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ. Беҙҙә 18 йәштән 27 йәшкә хәтлемге граждандар ил һағына баҫырға бурыслы. – Михаил Александрович, яҡташтарыбыҙ ҡайҙа хеҙмәт итәсәк?– Был йәһәттән, география бик киң генә – Башҡортостан егеттәре тотош Рәсәй территорияһында урынлашҡан ғәскәри частарға оҙа­тыласаҡ. Калининград ҡалаһынан алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклем хеҙмәт итеүҙәре – шуға асыҡ миҫал. Шул иғтибарға лайыҡ: улар бөтә төр ғәскәрҙәргә лә алынасаҡ. Ғорур­лыҡ бит, хәрби-диңгеҙ флотынан алып мотоуҡсылар, артиллерия, танк подразделениеларына эләгеү­ҙә­ренә мөмкинлектәр ҙур. Бынан тыш, дөйөм һандың, 5500 тинек бит инде, өстән бер өлөшө учебный частарға барып, һөнәре буйынса белемен камиллаш­тырасаҡ, күнекмәләр үтәсәк. – Бер йыл хеҙмәт итеүселәр буйынса һорауҙар юҡ, бөтәһе лә аңлашыла. Шул уҡ ваҡытта хәҙер контракт менән хеҙмәт итеүселәр артҡандан-арта. Нисә йәштәгеләр контракт хеҙмәтенә алына?– Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүселәр бермә-бер артты. Был – ошо йүнәлештә ныҡлы аңлатыу эше алып барыуыбыҙҙың ыңғай һөҙөмтәһе. Әйтәйек, 18 йәше тулған егет бер йылға ил алдындағы бурысын үтәргә юллана, ти. Тимәк, контракт хеҙмәтенә 19 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр алына. Шуныһы, махсус хәрби операция биләмәһендәгеләр ялға ҡайта башланы. Контракт хеҙмәтенә эләгеүселәр Рәсәй Геройҙары Александр Доставалов, Миңлеғәле Шайморатов, шулай уҡ Салауат Юлаев батальондарында хеҙмәт итә. Тап бына улар дуҫ-иштәренә, тиҫтерҙәренә хәрби хеҙмәт тура­һында һөйләй, тәьҫораттары менән бүлешә, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Ошо ла контракт хеҙмәтенә барырға теләүселәрҙең күбәйеүендә мөһим роль уйна­ғандыр. Теләк белдереүселәр күп булыу сәбәпле, республикабыҙҙа тағы ла подразделениелар төҙөлә. Контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн дүрт баҫҡысты үтеү зарур. Ул кешенең һаулығы яҡшы булырға тейеш, физик яҡтан әҙерлекле булыу шарт, йәше буйынса тап килеү мөһим һәм, әлбиттә, теләк кәрәк. – Контрактник булыу өсөн ниндәй документтар йыйырға кәрәк?– Алдан уҡ әйтәм, әллә ни күп документтар йыйыу талап ителмәй йәки ул мөмкин тиклем кәметелгән. Ғариза, медицина комиссияһы, хөкөм ителмәүе тураһында ҡағыҙ һәм башҡалар. – Бер яҡташыбыҙ контракт хеҙмәтен һайланы, ти. Ул ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тейеш?– Башҡортостанда контракт хеҙмәтенә һайлау пункттары булдырылған. Мәҫәлән, шуларҙың береһе – Өфө ҡалаһының Революцион урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан. Контракт хеҙмә­тенә барыусылар күп булғас, Рәсәйҙең Оборона министрлығы һайлап алыу пункттарында хеҙмәт­кәрҙәрҙе, үҙ сиратында, был эшкә яуаплы инструкторҙарҙы артты­рырға ҡарар итте. Билдәле, контракт хеҙмәте буйынса һайлап алыу пунктының филиалдары барлыҡҡа килде. Улар республика­быҙҙың ҡала һәм райондарындағы хәрби комиссариаттарҙа урын алған. Икенсе төрлө әйткәндә, теләк белдереүселәрҙең эшен күпкә еңеләйттек, кемгәлер баш ҡалабыҙға йыраҡ райондан килеү мотлаҡ түгел. Барыһын да башта хәрби комиссариаттағы һайлау пунктында хәл итергә мөмкин. Форсаттан файҙаланып, Рәсәй Оборона министрлығының телефондарын еткерәм – 117 һәм 122 телефон һандарын йыйып, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алырға була. – Мобиль пункттар тураһында нимә әйтерһегеҙ?– Халыҡ күпләп йәшәгән урында мобиль пункт булдырылды, ул Өфө ҡалаһында урынлашҡан. Уның тәғәйен урынын билдәләп тә булмай, һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Башлыса мобиль пункттарҙы йәмәғәт саралары ойошторолған ерҙә, мәҙәни байрамдар барған урында, йәрминкәләр территорияһында күрергә мөмкин. – Ил һаҡсыларына ниндәй социаль ташламалар ҡаралған?– Социаль льготалар тигәндән, исемлек ярайһы ҙур ғына. Ипотека тәңгәлендә ташламалар менән файҙаланалар. Тыуған яҡтарына отпускка (ике яҡҡа ла) бер тин түләмәйенсә ҡайталар, бынан тыш бушлай медицина ярҙамын да алалар. Хәйер, ошоларҙың барыһы ла Рәсәй Оборона министр­лығының сайтында бар, шулай уҡ контракт буйынса һайлау пункттарында бөтәһен дә тәфсирләп һөйләп бирерҙәр. – Аҡса тураһында ла һорамайынса булмай. Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүселәр, ябай итеп әйткәндә, эш хаҡын ала. Уларға күп түләнәме?– Аҡса түләүҙе икегә айырып ҡарарға мөмкин. Беренсенән, аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнаш­ҡандарға түләнә, икенсенән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанға хәтлем үк аҡса бирелә. Иң мөһиме, илебеҙ етәкселеге контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең мәнфә­ғәтен хәстәрләй. Үҙ сиратында, контракт хеҙмәте иҫәбенә иле­беҙҙең Ҡораллы Көстәре тулылана. Рәсәй Оборона министрлығы контракт буйынса хеҙмәт итеүсе махсус хәрби операция биләмә­һендәгеләргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны түләй, шул уҡ ваҡытта айлыҡ һәм өҫтәмә түләүҙәр ҙә ҡаралған.Бынан тыш, Башҡортостан етәкселеге лә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны билдәләгән, шулай уҡ ай һайын бирелгән һәм өҫтәмә түләүҙәр бар. – Михаил Александрович, һорауҙарға тулы яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт! - Илдар АҠЪЮЛОВ