Милли проект бөтә илде тиерлек солғап алған, унда Рәсәйҙең 85 субъекты һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша. Юл төҙөү программалары федераль һәм төбәк бюджетынан финанслана. "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектында республика 2019 йылдан алып ҡатнаша. Дүрт йыл эсендә 1328 саҡрым юл рәтләнгән. "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға быйыл туғыҙ миллиард һумға яҡын аҡса бүленәсәк, уның 5 миллиард ярымы - федераль ҡаҙнанан. Быйыл "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса республика, район, ҡала-ара һәм урындағы әһәмиәткә эйә 200 саҡрым юлды, дөйөм оҙонлоғо 802 метр тәшкил иткән биш күперҙе ремонтлау күҙ уңында тотола. Һүрәт: видеонан скриншот. Сығанаҡ: t.me/bashkortostan_gov/4996