Башҡортостандың ауыл хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә тотондо. Ғәҙәттәгесә, миҙгел баҫыуҙарҙа ужым иген культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуҙан башлана. 31 мартҡа Ҡыйғы, Ауырғазы, Благовар, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары ауыл эшсәндәре баҫыу эштәренә тотонған. “Республикала ауыл хужалыҡтары ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуға сыҡты, был төбәктең төньяҡ-көнсығышы, атап әйткәндә, Ҡыйғы районы хужалыҡтары баҫыуҙарҙа тәүгеләрҙән булып эш башланы”, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Дөйөм алғанда, төбәктә 2 миллион 170 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү эштәре планлаштырылған. Ужым культуралары 319 мең гектар самаһында сәселгән, был бер йыл элеккегә ҡарағанда 56 мең гектарға күберәк. Шул уҡ ваҡытта ужым культураларының 94 проценты яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек хәлдә. Яҙғы иген культураларын 1 миллион 440 мең гектарҙан ашыу майҙанда
