Өфөләге Зининдағы "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса төҙөлгән транспорт юлы 43, 5 процентҡа әҙер, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Төҙөүселәр күперҙең ҡоролмаларын урынлаштырған һәм тимер юл коммуникацияларын үҙгәртеп ҡорған. Был - объекттағы төҙөлөштөң технологик яҡтан иң ҡатмарлы этаптарҙың береһе. Эшселәр юлға илткән урындарҙы ҡом һәм ҡырсынташ менән тултыра, ҡоролманың тоташып торған урындарын монолитлай. Бөтә эштәрҙе 2023 йылдың өсөнсө кварталында тамамлау планлаштырыла. Күпер төҙөүселәр асфальт-бетон тротуарҙың тигеҙләү ҡатламын ҡуйырға әҙерләнә, аҙаҡ бында гидроизоляция эшләнәсәк, юл асфальтланасаҡ. – Таҙартыу ҡоролмаларын һәм көслө ямғыр һыуына тәғәйенләнгән канализация системаһын урынлаштырыу, шулай уҡ объектты электр уты менән тәьмин итеү һәм яҡтыртыу ҡоролмаһы өҫтөндә эштәр алып барыла. Шул уҡ ваҡытта юл япмаһы ла эшләнә, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, про