Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 17 апрелдә Марокко Короллегендә Рәсәй Федерацияһының Сауҙа вәкиле Алексей Андреев ҡатнашлығында видеоконференция үтте. Кәңәшмә барышында Башҡортостан Республикаһының Һәм Марокко Короллегенең уҙған йылдағы тышҡы сауҙа эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Мәҫәлән, 2017 йылдан 2022 йылға тиклем Башҡортостан менән Марокконың тышҡы сауҙа әйләнеше 27 тапҡырға тиерлек артҡан. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләне. – Бындай форматта Марокко Короллегендә Рәсәй Федерацияһының Сауҙа вәкиллеге менән икенсе тапҡыр осрашабыҙ. Марокко баҙары бик перспективалы, беҙ эшҡыуарҙарыбыҙға Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм Азия илдәрендәге төп уҙаҡташтарыбыҙҙан тыш яңы һатыу баҙарҙарын күрһәтергә теләйбеҙ. Мәҫәлән, Башҡортостандың күмәртәләп иген менән сауҙа итеү, умартасылыҡ продукттарын етештереү һәм эшкәртеү, майҙар, туҡыу, ағас эшкәртеү продукцияһы, төҙөлөш материалдары етештереү өлкәһендәге 13 предприятиеһы ошо йүнәлештә эшләргә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм сарала ҡатнашты, – тип билдәләне Маргарита Болычева. Сәләмләү телмәрендә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова 2Башҡортостан менән Марокконың тышҡы сауҙа әйләнеше артыуын билдәләне. Бындай үҫеш нефть продукттарын һәм органик булмаған химия продукттарын экспортҡа оҙатыуҙың артыуы менән бәйле, әммә Башҡортостан Хөкүмәте экспорт структураһын диверсификациялау һәм сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙарҙы оҙатыу күләмен арттырыу йүнәлешендә әүҙем эшләй. Алексей Андреев Башҡортостан эшҡыуарҙарына Марокко партнерҙары менән бизнес перспективалары, төп транспорт-логистика маршруттары, вәкиллек һәм бүлендек компания асыу процедураһы, тауарҙар импорты, күргәҙмә-йәрминкә сараларында һәм бизнес-миссияларҙа ҡатнашыу хаҡында һөйләне. Осрашыу аҙағында Башҡортостан предприятиелары вәкилдәре Сауҙа вәкиле менән һорау-яуап сессияһын үткәрҙе һәм уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, атап әйткәндә, Мароккоға органик ашламалар һәм аҙыҡ-түлек продукцияһын экспортлау, Марокко территорияһында ирекле иҡтисади зонала урман сәнәғәте һәм еңел сәнәғәт өлкәһендә предприятиелар асыу, туҡыма, химия продукцияһын һатып алыу, бал продукцияһын экспортлау шарттары, тауарҙы килтереү варианттары тураһында. Белешмә: 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының Марокко Короллеге менән үҙ-ара тауар әйләнеше 2021 йыл менән сағыштырғанда 3,3 тапҡырға артҡан, шул уҡ ваҡытта нефть продукттары һәм органик булмаған химия продукттары экспортынан ғына торған. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы “Башҡортостандың экспортҡа ярҙам үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә “Сауҙа вәкиле менән сәғәт” проектын тормошҡа ашыра. Бындай форматтағы кәңәшмә 2020 йылдан алып үткәрелә. 2022 йыл аҙағына ҡарата 35 онлайн кәңәшмә үткәрелгән. 24 ғинуар – Иран Ислам Республикаһы; 28 февраль – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре. Башҡортостан илдең был тәжрибәне индергән пилот төбәге булып тора. Был проект “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәте рейтингы буйынса иң яҡшы төбәк тәжрибәләре исемлегенә инде. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты тормошҡа ашырыла, уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал булмаған энергетикка ҡарамаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 проценттан кәм булмаған реаль үҫешен тәьмин итеү. Маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау" һәм “Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары” федераль проекттары сараларын тормошҡа ашырыу иҫәбенә планлаштырыла. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru