Ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов оҙатыуында Хөкүмәт делегацияһы "Хәрби туғанлыҡ" Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Күмертау ҡала бүлексәһе базаһында урынлашҡан махсус хәрби операция штабын ҡараны. Белгестәр бында контракт нигеҙендә Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итергә теләк белдергән граждандарға консультация бирә. Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль үҫеш буйынса урынбаҫары Татьяна Лихачева һөйләүенсә, штабта ветерандар ултырыштары үткәрелә, үҙ-ара килешеп эш итеүҙә ҡатнашыусыларға ярҙам координациялана һәм бүленә, йәштәр менән патриотик осрашыуҙар үткәрелә. Һуңғы ваҡытта уларға контракт буйынса хеҙмәт шарттары менән ҡыҙыҡһынған граждандар әүҙем килә, тип билдәләне махсус хәрби операция штабы вәкилдәре. Улар өсөн штабта махсус агитация материалдары, ҡулланмалар, бәйләнеш мәғлүмәттәре бар. Кешеләр контракт буйынса хеҙмәткә ғаризалар ҙа килтерә, был осраҡта ғаризалар Күмертау ҡалаһының хәрби комиссариатына йүнәлтелә. Бөгөн Күмертауҙа йәшәгән меңдәрсә кеше мобили
Контракт буйынса хеҙмәт шарттары менән ҡыҙыҡһынһағыҙ...
18 апреля 202318 апр 2023
1 мин