2022 йылда Берҙәм лицензиялар реестрында педиатрия буйынса эшмәкәрлек алып барыуға лицензия алған медицина ойошмалары һаны 7,4 процентҡа артты, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Элек теркәлгән 430 медицина учреждениеһына тәү тапҡыр лицензия алған 32 медицина ойошмаһы өҫтәлгән. –Балаларға тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе лицензиялары булған дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар башҡара. Был йәһәттән мәсьәләләр Рәсәй закондарында ҡаралған тәртип менән көйләнә, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Педиатрия – сабыйҙарға, балаларға һәм үҫмерҙәргә медицина ярҙамы күрһәтеүсе тармаҡ. Бөгөн балалар медицинаһында төп бурыс – сирҙәрҙе иҫкәртеү. Иҫкәртеү прививкаларының Милли календарына ярашлы, ваҡытында вакцинация үткәреү, нәҫел патологияларын асыҡлау буйынса скрининг программаларын башҡарыу мөһим. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарын тәьмин итергә кәр