Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кемгәлер үпкәләһәң...

Бер кеше аҡһаҡал янына килеп үтенесен белдергән: – Һеҙ шундай аҡыллы. Һәр саҡ яҡшы кәйефтәһегеҙ, һис ҡасан асыуланмайһығыҙ. Миңә лә шундай булырға ярҙам итһәгеҙ ине. Ҡарт ризалашҡан да был кешенән картуф һәм тоҡ алып килеүен һораған. Унан шулай тигән: – Әгәр кемгәлер йәнең көйһә, картуфты алып, уға үҙеңде үпкәләткән әлеге кешенең исемен уйып яҙ ҙа тоҡҡа һалып ҡуй. – Бәй, шул ғынамы ни? – тип аптырап һораған теге кеше. – Юҡ, – тигән аҡһаҡал. – Һин был тоҡто үҙең менән гел алып йөрөргә тейешһең. Һәм кемгәлер йәнең көйгән һайын картуфтарҙы өҫтәп һала бараһың. Теге кеше ризалашҡан. Күпмелер ваҡыттан уның тоғо көс еткеһеҙгә әйләнгән. Буйы менән күтәреп йөрөп булмай башлаған. Өҫтәүенә, тәүҙә һалған картуфтары сереп, һаҫыҡ еҫ сыға икән. Түҙмәйенсә, был йәнә ҡарт янына килгән. – Былай булмай. Башҡа берәй нәмә тәҡдим итегеҙ. Аҡһаҡал иһә шулай яуаплаған: – Әҙәм балаһының күңелендә лә тап ошондай тойғо ярала. Әммә уны беҙ шунда уҡ һиҙмәйбеҙ. Мин һиңә ошо процесты ситтән күҙәтеү мөмкинлеге бирҙем.

Бер кеше аҡһаҡал янына килеп үтенесен белдергән: – Һеҙ шундай аҡыллы. Һәр саҡ яҡшы кәйефтәһегеҙ, һис ҡасан асыуланмайһығыҙ. Миңә лә шундай булырға ярҙам итһәгеҙ ине. Ҡарт ризалашҡан да был кешенән картуф һәм тоҡ алып килеүен һораған. Унан шулай тигән: – Әгәр кемгәлер йәнең көйһә, картуфты алып, уға үҙеңде үпкәләткән әлеге кешенең исемен уйып яҙ ҙа тоҡҡа һалып ҡуй. – Бәй, шул ғынамы ни? – тип аптырап һораған теге кеше. – Юҡ, – тигән аҡһаҡал. – Һин был тоҡто үҙең менән гел алып йөрөргә тейешһең. Һәм кемгәлер йәнең көйгән һайын картуфтарҙы өҫтәп һала бараһың. Теге кеше ризалашҡан. Күпмелер ваҡыттан уның тоғо көс еткеһеҙгә әйләнгән. Буйы менән күтәреп йөрөп булмай башлаған. Өҫтәүенә, тәүҙә һалған картуфтары сереп, һаҫыҡ еҫ сыға икән. Түҙмәйенсә, был йәнә ҡарт янына килгән. – Былай булмай. Башҡа берәй нәмә тәҡдим итегеҙ. Аҡһаҡал иһә шулай яуаплаған: – Әҙәм балаһының күңелендә лә тап ошондай тойғо ярала. Әммә уны беҙ шунда уҡ һиҙмәйбеҙ. Мин һиңә ошо процесты ситтән күҙәтеү мөмкинлеге бирҙем. Һәр ваҡыт – үҙең көйәһеңме йәки башҡа берәйһен үпкәләтәһеңме – иң башта шул хаҡта уйла: бындай “йөк” кәрәкме ул? Рамаҙан айы ошо һабаҡҡа нығыраҡ төшөнөргә насип итһен, ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын! 19 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының "Дини тәҡүим" китабынан). Фото: islam.ru