“Күмертауҙа махсус хәрби операция штабында булдым. Ул “Хәрби ҡәрҙәшлек” Бөтә Рәсәй ветерандар ижтимағи ойошмаһының ҡалалағы бүлексәһендә урынлашҡан, - тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Белгестәрҙең көйлө эшен билдәләге килә, улар Рәсәй Федерацияһы Хәрби Көстәрендә контракт хеҙмәте нигеҙендә хеҙмәт итергә теләгән граждандарға консультациялар үткәрә. Бер ай эсендә генә бер нисә тиҫтә кеше доброволец булып яҙылды. Тағы штабта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ҡабул ителә һәм таратыла. Бөгөн меңләгән кеше яугирҙәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итеү өсөн тупланды. Төрлө йәштәге һәм һөнәрле кешеләр Еңеүҙе яҡынайтып, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Махсус хәрби операция штабының тағы төп мөһим йүнәлеше – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың туғандары һәм яҡындары менән эшләү. Хәрбиҙәрҙең береһе лә дәүләт тарафынан иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел, һәр береһе социаль, психологик ярҙам аласаҡ. Был кешеләрҙең үҙәк белгестәре булышлығында, тулыһынса социумға интеграцияланып, үҫешә алыуы мөһим. Геройҙар, Ватанды һаҡлаусылар ярҙамында балалар һәм йәштәр тәрбиәләнергә тейеш. Был өлкәләге власть органдары, ижтимағи ойошмалар менән берлектә беҙҙе ҙур эш көтә”. Фото, сығанаҡ: vk.com/agnazarov?
"Береһе лә дәүләт тарафынан иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел"
18 апреля 202318 апр 2023
1 мин