Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте. “ЗАГС бүлеге – айырыуса үҙенсәлекле урын. Унда никахтар теркәлә, ә аҙаҡ йәш ата-әсәләр балаларын теркәргә килә. Һәм һәр кешенең тормошондағы был мөһим ваҡиғалар матур һәм тантаналы мөхиттә үтергә тейеш. Тап шуға республика бюджетынан 25,6 миллион һумды Күмертау ҡалаһы ЗАГС-ын капиталь ремонт үткәреүгә бүленде. Эргә-тирәләге биләмәне лә төҙөкләндереү эштәре өсөн аҡса кәрәк. Барыбыҙ ҙа ғаилә альбомдарында туй фотоларының оҙаҡ һаҡланыуы, дуҫтарға һәм яҡындарға тапшырылыуы тураһында хәбәрҙар. Никахтарҙы теркәү залын төҙөкләндереү йәштәр өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. 2024 -2029 йылдарға биш йыллыҡ программаны эшләргә ҡуштым. Уға ярашлы, республика ҡалалары ЗАГС-тары ипкә килтереләсәк. Шулай уҡ республика Башлығы ҡушыуы буйынса Өфөнөң Үҙәк ЗАГС-ы өсөн бина һайлайбыҙ”. Фото, сығанаҡ: vk.com/agnazarov
Был мөһим ваҡиғалар матур һәм тантаналы мөхиттә үтергә тейеш
18 апреля 202318 апр 2023
~1 мин