Һис көтмәгәндә, уйламағанда танышымдың ире үлеп ҡалды. Кисә генә һап-һау йөрөгән 45 йәштәрҙәге ирҙең үлемен ишетеү аяҙ көндә йәшен атҡандай тәьҫир итте беҙгә. Ә бына мәрхүм менән хушлашырға барғанда ҡатынының ҡайғыға бирешмәгән кеүек йөрөүе йәнә аптыратты. Тол ҡалған ҡатын яңыраҡ, ҡырҡын үткәргәс, ауырып киткән икән. Хәлен белә барғанда: "Мин бит алдан һиҙеп йөрөнөм уның менән нимәлер булырын, әллә гел шул турала уйлап, иремдең үлемен үҙем яҡынайттыммы икән?" - тип аптыратты. "Ваҡытты кирегә өйрөлтөп, ваҡиғалар ағышын үҙгәртеп булһа икән! Яңылышлыҡты төҙәтеп, хата аҙымдарҙан, бәлә-фажиғәләрҙән, мәғәнәһеҙ йә аңһыҙ үлемдәрҙән яҡындарыбыҙҙы һаҡлап ҡалып булыр ине микән? Күңелемде бер туҡтауһыҙ үкенес ҡорто кимерә... Ә бит фажиғә булырҙан өс-дүрт ай алдан иҫкәртеүле төш күрҙем мин. 15 йыл элек гүр эйәһе булған өләсәйем мине етәкләп бейек тау башына алып менде. Тирә-яҡ шомло, иҫкән еле осороп алып китерҙәй. Түбәһенә менеп еткәс, өндәшмәй генә аҫҡа төртөп күрһәтте: ә унда - ҡанлы кәүҙә. Ныҡ