“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының флагман проекты булған “Рәсәй лидерҙары” конкурсының бишенсе миҙгеленә теркәү башланғандан алып илдең бөтә төбәктәренән һәм 61 дәүләттән 40 меңдән ашыу ғариза килгән. Теркәүҙең аралыҡ йомғаҡтары тураһында “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров һөйләгән. – Конкурс 4 апрелдә башланды. Беҙ теркәү барышын иғтибар менән күҙәтеп барабыҙ һәм донъяның төрлө мөйөштәренән конкурсҡа ҡыҙыҡһыныуҙы күрәбеҙ. Бөгөнгө көнгә Рәсәйҙең бөтә 89 төбәгенән һәм 61 дәүләттән 40 меңдән ашыу заявка ҡабул ителгән. Рәсәйҙең яңы субъекттарында – Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә йәшәүселәр әүҙем ҡатнаша. Әлеге ваҡытта конкурста ҡатнашыусыларҙың 65 проценттан ашыуы – 36 йәштән 50 йәшкә тиклемге тәжрибәле идарасылар, тағы 20 проценты – 31 йәштән 35 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар. 30 йәшкәсә йәштәр ғаризаларҙың 10 процентын тәшкил итә, ә 51 йәштән өлкән ҡатнашыусылар – 5 процент, – тине ул. Бынан тыш, ғаризалар төрлө профессиональ өлкәләрҙә эшләгән ҡатнашыусыларҙан килә: ғаризаларҙың 12 проценттан ашыуы – сәнәғәт өлкәһе идарасыларынан, 8 проценты мәғариф өлкәһе етәкселәренән алынған. 7 проценты – төҙөлөш һәм архитектура тармаҡтарынан, йәнә 7 проценты – мәғлүмәт технологиялары, телекоммуникациялар һәм элемтә, 6 проценты эшҡыуарлыҡ өлкәһенән. Ғаризаларҙың 5 проценты – һаулыҡ һаҡлау һәм медицина, 5 проценты сауҙа өлкәһе идарасыларынан килгән. “Үҙәк Рәсәй халҡы ғәҙәттәгесә әүҙемлек күрһәтә – улар ғаризаларҙың дөйөм һанынан 37 процентын тапшырған. Икенсе урында – Волга буйы федераль округы (15%). Артабан Төньяҡ-Көнбайыш (12%), Урал (9%), Себер (9%), Көньяҡ (8%), Төньяҡ Кавказ (4%) һәм Алыҫ Көнсығыш (4%) федераль округтары килә. Ошо ваҡыт эсендә теркәлгәндәр һаны буйынса тәүге 15 төбәккә Мәскәү, Санкт-Петербург, Севастополь, Мәскәү өлкәһе, Төмән өлкәһе, Ямал-Ненец автономиялы округы, Новосибирск өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Түбәнге Новгород өлкәһе, Мурманск өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы - Югра, Калининград өлкәһе, Томск өлкәһе, Һамар өлкәһе, Ростов өлкәһе ингән”, – тине Алексей Комиссаров. Был миҙгелдә яңы төбәк этабы өҫтәлгән, унда Рәсәйҙең 89 субъектынан һәр береһе конкурсанттарға командаларҙа төбәктең көнүҙәк проблемаһын хәл итергә тәҡдим итәсәк. “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса 2017 йылдан уҙғарыла һәм “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” платформаһының флагман проекты булып тора. Дүрт миҙгел эсендә конкурста ҡатнашыуға бөтә Рәсәйҙән 840 меңдән ашыу ғариза килгән. Конкурста етәкселек тәжрибәһе ике йылдан кәм булмаған 55 йәшкәсә идарасылар ҡатнаша. Төп приздар иҫәбендә - уҡытыуға 1 миллион һум күләмендә грант, Рәсәйҙең алдынғы идарасылары иҫәбенән остаз менән осрашыу мөмкинлеге, шулай уҡ карьера консультациялары һәм оҙатып йөрөү. “Рәсәй лидерҙары” бишенсе конкурсында ҡатнашыуға заявканы 14 майға тиклем лидерыроссии.рф сайтында бирергә мөмкин. Фото: Телеграм.