Борон-борондан халҡыбыҙ мираҫы булған ғәмәлдәр бар: изгелек ҡылыу, хәлеңдән килгәнсә башҡаларға ярҙам ҡулын һуҙырға ынтылыу. Әле лә республикабыҙҙағы һәр кем ҡулынан килгәнсә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итергә тырыша. Тап ошондай ҡатмарлы ваҡытта кемдең кем икәнлеге асыҡлана ла. Һәр саҡтағыса республикабыҙҙа йәшәүселәр, шул иҫәптән бөрйәндәр ҙә был изге эшкә ҡушылды. Мәҫәлән, сығышы менән Байназар ауылынан булған Айрат Роберт улы Баязитов тыуған районы ауылдары буйлап мәрхәмәтлелек концерты ойошторорға ҡарар иткән. – “Йәшәү дәрте арта күңелемдә, йөрәгемдә моңдар яралһа!” тип исемләнгән мәрхәмәтлелек концертын ете ауыл мәҙәниәт йортонда уңышлы ҡуйып ҡайттыҡ. 25 мартта Байназар ауылында башлап ебәргәйнек, унда 10 мең һум аҡса йыйылды. Концертта ҡатнашҡан ижадташ дуҫтар дәрт итеп, күрше ауылдарға барайыҡ тип ниәтләп, Мораҙымда – 5500, Мәһәҙейҙә – 6000, Яуымбайҙа – 3500, Яңы Монасипта – 5000, Ғәлиәкбәрҙә 7000 һәм Килдеғолда 6500 һум йыйып, тулайым 43500 һумды махсус хәрби
"Мәрхәмәтлелек концертын бөгөн һигеҙенсе ауылда ҡуябыҙ"
18 апреля 202318 апр 2023
3 мин