18 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Күмертауҙа ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса эшлекле кәңәшмә үткәрҙе. Сарала вице-премьерҙар, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. Андрей Назаров бөгөн ҡала хакимиәте менән булған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итеү мөмкинлектәре тураһында һөйләшеүҙең төп мәсьәлә икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тәнҡитләү түгел, ярҙам итеү, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. - 2021 йылдың февралендә ҡаланың көнүҙәк проблемалары тураһында һөйләшергә йыйылғайныҡ. Ул ваҡытта аныҡ фармандар бирелгәйне. Бөгөнгә барыһы ла үтәлә, - тине Премьер-министр. Шулай итеп, ЗАГС бинаһында капиталь ремонт атҡарыласаҡ. Бынан тыш, Көйөргәҙе районы менән Күмертау ҡалаһы араһында автобустар йөрөтөү һәм башҡалар тураһында ине. Дөйөм алғанда, барлығы 25 фарман бар һәм улар эштә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡаланың социаль-иҡтисади хәле тура
Күмертауҙа социаль-иҡтисади мәсьәләләр тураһында һөйләштеләр
18 апреля 202318 апр 2023
2 мин