Күмертау ҡалаһына сәфәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төҙөкләндереү объекттарында булды. Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Премьер-министр ҡаланың ЗАГС бүлеген ҡараны. Был бинаны төҙөкләндереүгә, Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, 25,6 миллион һум бүленгән. Бынан тыш, ЗАГС эргәһендәге биләмә лә тәртипкә килтереләсәк. “ЗАГС бинаһын реконструкциялау заурлығының көнүҙәк икәнлеге күренеп тора. Быйыл эштәрҙе тамамларға кәрәк. Бөтә ерҙә тәртип булдырылһын. Ошонда йәштәр ғаилә тормошона юл ала һәм был заманса бинала башҡарылырға тейеш”, – тине Андрей Назаров. Сәфәр һөҙөмтәһе буйынса Премьер-министр республиканың ЗАГС-тарын 2024-2029 йылдарҙа реконструкциялау буйынса биш йыллыҡ программа эшләргә ҡушты. Андрей Назаровтың эш графигындағы тағы бер объект – “Ваҡыт шкалаһы: Күмертау үҙәгенең йәмәғәт биләмәләре системаһы” майҙаны. Ошо проект менән ҡала 2021 йылда Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ҡасабаларҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡайны
Андрей Назаров Күмертау ҡалаһын төҙөкләндереүҙе тикшерҙе
18 апреля 202318 апр 2023
1 мин