Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бында яңыртылған стадионды көтәләр

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Күмертау ҡалаһына сәфәрендә “Шахтер” стадионында булды. Премьер-министр урынбаҫары Алан Марзаев, республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов, шулай уҡ Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы һәм муниципалитет вәкилдәре менән берлектә спорт ҡоролмаһының төҙөлөшө тураһында һөйләште. Стадион 1963 йылда төҙөлгән һәм 2019 йылда үҙгәртеп ҡороу башланған. - Күмертау өсөн был – мөһим объект. Ҡалала спорт секциялары күп, яңыртылған стадионды көтәләр. Ике йыл эсендә төҙөлөш-монтажлау эштәрен тамамларға кәрәк, - тине Андрей Назаров. Әле финанслау варианттары һәм төҙөлөш процесын этаптарға бүлеү ҡарала. Майҙансыҡта булғандан һуң Премьер-министр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына стадиондағы төҙөлөш-монтажлау эштәрен айырым контролгә алырға ҡушты. Ике аҙна эсендә объектты тапшырыу тураһында аныҡ ҡарарға килергә һәм һөҙөмтәләр менән Министрҙар кабинеты башлығына әйтергә кәрәк, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/20727/