Найти в Дзене

Берҙәм булғанда, тормош алға бара

“Башҡортостан” гәзите Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Бәйләнештә” төркөмөндә конкурс иғлан итте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Улар араһында Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Илнур Һөйәрғолов та бар. Илнур Ғәлинур улы Һөйәрғолов 1969 йылда Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға инә. 1988 – 1990 армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын 1990 йылда Стәрлебаш районының “Маяҡ” колхозында техник хәүефһеҙлек буйынса инженер булып башлай. 1996 – 2007 йылда хужалыҡтың баш иҫәп-хисапсыһы булып эшләй. Ә инде 2007 йылда үҙ шөғөлөн аса. 2021 йылда Илнур Ғәлинур улын Ҡабыҡҡыуыш ауыл хакимиәтенә эштәр идарасыһы итеп эшкә алалар, ә бер йылдан ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлайҙар. Илнур Һөйәрғолов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауылдаштарын туплауға, күп эштәр башҡарыуға өлгәшкән. Мәҫәлән, Рәсәй чемпионы Фәүҡәт Тәлғә

“Башҡортостан” гәзите Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Бәйләнештә” төркөмөндә конкурс иғлан итте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Улар араһында Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Илнур Һөйәрғолов та бар. Илнур Ғәлинур улы Һөйәрғолов 1969 йылда Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға инә. 1988 – 1990 армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын 1990 йылда Стәрлебаш районының “Маяҡ” колхозында техник хәүефһеҙлек буйынса инженер булып башлай. 1996 – 2007 йылда хужалыҡтың баш иҫәп-хисапсыһы булып эшләй. Ә инде 2007 йылда үҙ шөғөлөн аса. 2021 йылда Илнур Ғәлинур улын Ҡабыҡҡыуыш ауыл хакимиәтенә эштәр идарасыһы итеп эшкә алалар, ә бер йылдан ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлайҙар. Илнур Һөйәрғолов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауылдаштарын туплауға, күп эштәр башҡарыуға өлгәшкән. Мәҫәлән, Рәсәй чемпионы Фәүҡәт Тәлғәт улы Усманов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса ярыш үткәргән. Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе хуплап концерт ҡуйғандар. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ике мең ҡарағай үҫентеһе ултыртҡандар. Былтыр "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы буйынса Ҡабыҡыуыш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәйкәлен ремонтлағандар. Чечняла һәләк булған яҡташтары Рушан Рамазан улы Сатучин һәм Илнур Павлович Фәйзуллин иҫтәлегенә мини футбол буйынса турнир ойошторғандар. “Атайсал” программаһы буйынса мәктәп спортзалының ҡыйығын яңыртҡандар. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса Ҡабыҡҡыуыш ауылында спорт залының бәләкәй залын ремонтлағандар. Ауылдың ир-егеттәре менән күперҙе төҙөкләндергән. Ауыл биләмәһен тәртиптә тотоу маҡсатында даими рәүештә өмәләр ойошторалар. Ғөмүмән, Ҡабыҡҡыуышта тормош ҡайнай, халыҡ дәртләннеп донъя көтә. Уңыштар теләйбеҙ. Фото: Илнур Һөйәрғоловтың шәхси архивынан.