Ғәҙәттәгесә, дүртенсе тапҡыр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса “Хәтер баҡсаһы” акцияһы үткәрелә. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һәр кем иҫтәлегенә 27 миллион төп ағас ултыртыу. Быйыл сара яңы мәғәнәгә эйә булды һәм әлеге ваҡытта илебеҙҙең намыҫын һәм дәрәжәһен яҡлаған геройҙарға ярҙам итеү маҡсатында үткәреләсәк. Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, өс йыл эсендә төбәктә 3,3 миллиондан ашыу ағас ултыртылған, ә акцияла ярты миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. – “Хәтер баҡсаһы” акцияһы республикабыҙ өсөн яҡшы йолаға әүерелде. Башҡортостан бөтә ил менән бергә ата-бабалар иҫтәлеген хөрмәтләй. Йыл һайын акцияға меңәрләгән кеше ҡушыла: уҡыусылар, юнармеецтар, кадеттар, ирекмәндәр, урман тармағы хеҙмәткәрҙәре, студенттар, – тине урман ведомствоһы етәксеһе. Ағымдағы йылда проект сиктәрендә Башҡортостанда ауылдарҙы йәшелләндереү һәм дәүләт урман фонды ерҙәрендә ағастар ултыртыу буйынса саралар 22 апрелдән 22 майға тиклем
Торахан мавзолейы эргәһендә “Хәтер баҡсаһы” барлыҡҡа киләсәк
18 апреля 202318 апр 2023
2 мин