Был ваҡиға сиктәрендә “Урал батыр ерендә йыл китабы” конкурсы тураһында положение раҫланды. Уның ойоштороусылары булып Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте сығыш яһай. Конкурстың төп маҡсаты – китап уҡыуҙы популярлаштырыу, китапты танытыуҙы артабан камиллаштырыу, Рәсәйҙең иң яҡшы баҫмаларын асыҡлау. Жюри китап нәшер итеү буйынса компетентлы эксперттарҙан торасаҡ. Сара сиктәрендә ете номинация буйынса конкурс еңеүселәрен бүләкләү планлаштырыла: Иң яҡшы фәнни, фәнни-популяр баҫма;Иң яҡшы әҙәби-нәфис баҫма;Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы баҫма;Иң яҡшы тыуған яҡты өйрәнеү баҫмаһы;Рәсәй халыҡтары телдәрендә иң яҡшы баҫма;Мәҙәниәттәр диалогына өлөш индергән баҫма;Иң яҡшы художестволы-графика биҙәлешле баҫма. Еңеүселәр 26 майҙа «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә иғлан ителәсәк. Фото: bv02.info/news