Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эштәр һәр йәһәттән дә алға киткән

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр сентябрҙә "СТАЛЬКОН" заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Благовещен ҡалаһы) "Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә һаҡсыл етештереү принциптарын үҙләштерә башлаған. Әйткәндәй, был предприятие тауышты һаҡлаусы экран етештереүҙә махсуслашҡан. Башҡортостандың төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса (тауышты һаҡлау экранын етештереү линияһы) проектты башлаған. Ошо эште ойошторғас, етештереү 33 процентҡа артҡан, эштәр һәр йәһәттән дә алға киткән. Ошо турала Башҡортостан иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне. – Шуныһы шатлыҡлы, республика компаниялары күпләп һаҡсыл технологиялар алымдарын ҡуллана башланы, – тигән Айрат Фәхретдинов. – Үҙ сиратында, эштә сығымдар кәмегән һәм ресурстарҙы файҙаланыу һөҙөмтәлелеге күтәрелгән. Ошо милли проект иҫәбенә компаниялар баҙарҙа үҙҙәренең позицияһын нығытҡан, эш урындары булдырған, төбәктең иҡтисадын һауыҡтырыуға тос өлөш индергән. Бөгөн был проект буйынса 153 предприятие эшмәкәрлеген йәйелдергән. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.