Ейәнсура районының Байыш ауылында йәшәүсе Ришат Ҡыуатов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамы өсөн иҫтәлекле билдә менән бүләкләнгән. Атайҙың ике улы ла бөгөн Ватаныбыҙҙы һаҡлай! Мәктәп автобусы водителе булып эшләгән Ришат Ҡыуатов ҡатыны Зөлфиә Әхмәт ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән.Өлкән улдары 2022 йылдың сентябренән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Кесе улдары доброволец булып башҡорт батальондарының береһенә яҙылған. “Тарихтан күренеүенсә, ил өсөн ҡатмарлы ваҡытта башҡорттар һәр саҡ тәүгеләрҙән булып Рәсәй һағына баҫҡан. Был – беҙҙең милли традиция. Минең улдарым да бөгөн алғы һыҙыҡта, улар аңлы рәүештә хәрби хеҙмәтте һайланы. Беҙ, өлкәндәр, уларға төрлө яҡлап ярҙам итергә тейешбеҙ”,– ти Ришат Рәшит улы. “Ысынлап та, Ришат Ҡыуатов – районда гуманитар ярҙам туплауҙа иң әүҙем ҡатнашыусы. Гуманитар колонна составында бер нисә тапҡыр махсус операция зонаһына барҙы. Ул - үҙенең улдары һәм ауылдаштары өсөн яҡшы өлгө, әүҙем тормош алып бара, шәхси хужал