“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгенең рәсми сәхифәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн «Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы саралары һәм хеҙмәттәр күрһәтеү» темаһына тура эфир үтәсәк. Тура бәйләнеш барышында республикала ғәмәлдә булған дәүләт ярҙамының көрсөккә ҡаршы саралары, шулай уҡ ташламалы кредитлау программаларында теркәлеү, һалым ташламалары, тиҙ түләү системаһы менән файҙаланған өсөн компенсация, финанс ярҙамы саралары тикшереләсәк. Республиканың Күп функциялы үҙәк офистарында бизнес өсөн тәғәйенләнгән хеҙмәттәр тураһында ла белгестәр тулы мәғлүмәт бирәсәк. — Башҡортостандың Күп функциялы үҙәк социаль селтәрҙәрендә эшҡыуарҙарға ҡағылышлы темаларға тура эфирҙар даими үткәрелә. Онлайн формат республиканың төрлө төбәктәренән был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһыныусыларға тулы мәғлүмәт бирергә ярҙам итә, — ти Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова. Сара «Бәйләнештә» социаль селтәрендә 16.00 сәғәттә башлана: https://vk.com/mfcbashkortostan. Тапшырыуҙың яҙмаһы артабан ҡарау өсөн һаҡланасаҡ. Ҡатнашыу бушлай. Лилиә Нуретдинова.