Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аҡыллылар, зирәктәр асыҡланды

“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, 15 апрелдә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостан дәүләт аграр университеты һәм Республика балалар белем биреү технопаркы менән берлектә “Робофинист” фестивале регламенты буйынса республиканың робот техникаһы чемпионатын үткәрҙе. Ул туғыҙ йүнәлеш буйынса ойошторолдо. “Ирекле ижад категорияһы”нда ҡатнашыусылар “Агро-технологиялар” темаһына эшләнгән проекттарын тәҡдим итте. Йәш инженерҙар теплицалар, агророботтар, робот-докторҙар, күп функциялы роботтар, һаҡ системалары, автоматик фермалар һәм башҡаны күрһәтте. Спорт бәйгеләрендә ҡатнашыусылар бирелгән хәрәкәт траекторияһында трассаны үтеүҙә, лабиринт буйынса йөрөүҙә, кеглдәр йыйыуҙа, сумо бәйгеһендә, сикләнгән киңлектә һауа буйлап күсеүҙә ярышты. Еңеүсе булып һынауҙарҙы тиҙерәк үтә алғандар танылды. Чемпионат балаларға ярыштарҙа ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡарау ғына түгел, ә техник бурыстарҙы үтәүҙә тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге лә бирә. Республика чемпионатында еңеүселәр Санкт-Петербург ҡалаһында үтәсәк “РобоФинист” халыҡ-ара робот техникаһы фестивалендә көс һынашасаҡ. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.