Найти тему
Башҡортостан гәзите

Милли кейем көнөнә арналған байрам

Милли кейем көнөнә арналған тематик саралар барлыҡ республикала үтәсәк. 20 апрелдә төп байрам сараһы Өфөнөң “Планета” сауҙа үҙәгендә буласаҡ. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто Милли кейем көнөнә арналған сара ойоштора. Башҡортостандың төрлө халыҡтарының аутентик һәм сәхнә костюмдары күрһәтеләсәк. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар төрлө йәшкә иҫәпләнгән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала: “Белорус кейеҙ ҡурсағы”, “Татар милли баш кейеме һәм орнаменты”, “Сыуаш орнаменты менән алҡалар һәм ике яҡлы сигеү”, “Урыҫ кейеҙ ҡурсағы”, “Этник стилдә башҡорт брошкаһы”, “Башҡорт мини-күкрәк биҙәүесе”, “Беләҙек үреү”, тамбурлы сигеү, кейеҙҙән әйберҙәр яһау, таҫма менән сигеү һәм башҡалар.