Ә Алмаз ҡайтманы. Вәсим үҙен Төмәндә барып табып, һөйләшеп тә ҡараны. Ғәжәп хәл, ҡатынын ерләшергә ҡайтмаған ир өндәшмәй генә ҡыҙынан да баш тартты. Вәсим оялтып та ҡараны, намыҫландырыу ҙа ярҙам итмәне. – Үҙең ҡара, мин ҡатынымдан төңөлдөм! – тине ул Вәсимгә. – Бала һинеке түгел. Беҙҙең дәүләт бай, ҡарарҙар, үҫтерерҙәр. Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Вәсим, ҡыҙып китеп, һуғырға киҙәнгәйне, теге сос шул, десантсы, бажаһының ике ҡулын да шаҡарып тотто ла баҫҡыстан һаҡ ҡына төшөрөп ебәрҙе һәм ишеген бикләп ҡуйҙы. Оҡшаманы был Вәсимгә, ҡара һин уны, һуғып өлгөрмәне, нисек мәкерле итеп кәмһетте. Ярай, яйы сығыр әле, ҡоһорон ҡайтармай ҡалмаҫ. Мәсхәрәгә ҡалыуын Вәсим берәүгә лә һөйләмәне, оноторға тырышты, ләкин нимә генә уйлаһа ла, элекке бажаһының мыҫҡыллы йылмайыуы күҙ алдына килә лә баҫа. Балалар тиҙ өйрәнә бит, ҡайғыны ла анһат онота. Вәсим һуңғы ҡайтҡанында мәрхүмә балдыҙының ҡыҙы Венераның уға атай, ә ҡатынына әсәй тип өндәшеүен ишеткәс, ҡалағын төшөрөп ебәрә яҙҙы. Ҡара, был ҡыҙыҡай бик тиҙ ет