15 апрелдән төҙөкләндереү объекттарын һайлау буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү башланды. Был юлы стәрлебаштар Стәрлебаш ауылындағы “Хәрби дан һәм хәтер” йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү буйынса тауыш бирә ала, тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов. Ҡоймалар ҡуйыу, бетон тротуар плитәләре һалыу, газон түшәү, паркта яҡтыртҡыстар элеү, булған стелаларҙы яңыртыу, йәғни улар урынына яңыларын ҡуйыу күҙаллана. “Был проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә яҡташтарыбыҙ ҡаһарманлығын мәңгеләштерәсәк аллея – мәҙәни объект – барлыҡҡа киләсәк”, - тип белдерҙе Рөстәм Рахманғолов. Түбәндәге һылтанма буйынса 31 майға тиклем тауыш бирергә мөмкин: https://02.gorodsreda.ru/objects/improvement/18253 Белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городкая среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Стәрлебаш ауылындағы Ленин урамындағы йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү башланғайны. Быға тиклем район мәҙәниәт йорто, Еңеү паркы яңыртылғайны. Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте башлғы Рөстәм Рахманғоловтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.