2023 йылда Өфөлә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса 13 сара тормошҡа ашырыу планлаштырыла, шул иҫәптән 11 парк. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә баш ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев белдерҙе. Мэр әйтеүенсә, барлыҡ проекттар ҙа өфөләрҙең әүҙем ҡатнашлығында башҡырыла. “2023 йылдың бөтә объекттары буйынса контракттар төҙөлгән йәки төҙөлөү өҫтөндә. Шуны ла билдәләү мөһим: объекттар Өфөнөң ете районының алтауһында урынлашҡан”, - тип белдерҙе Ратмир Мәүлиев. Быйыл төҙөкләндереү көтөлгән объекттар рәтендә Аксаков исемендәге парк та бар. “Ҡалабыҙ халҡы өсөн матур урын. Был баҡсаның тарихын һаҡлап төҙөкләндерәсәкбеҙ”, -тине Ратмир Мәүлиев. Был проект “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Быйыл март айында контракттар төҙөлгән. Аксаков баҡсаһын төҙөкләндереүҙе сентябрь аҙағында тамамлау ниәтләнә. Шуны ла билдәләү мөһим: Пушкин урамы яғына