1апрелдә республикала буласаҡ беренсе класс уҡыусыларын мәктәпкә алыу буйынса ғаризалар ҡабул итеү башланды. Был мәсьәлә йәшәгән урынында бер нисә мәктәп булған ҡала халҡы өсөн айырыуса көнүҙәк, сөнки тап ошо мәлдә буласаҡ беренсе класс уҡыусыларын билдәле бер мәктәпкә теркәү, яңы уҡыу йылына кластар булдырыу эше башлана. Мәктәп нисек һайлана? Тәү сиратта һеҙҙе балағыҙ теркәлгән йортҡа беркетелгән мәктәптә көтәләр. Был эш менән урындағы хакимиәт шөғөлләнә. “Үҙ” мәктәбеңде мәғариф бүлеге аша белешергә мөмкин. Телефон аша шылтыратыу мәшәҡәт тиһәгеҙ, интернетта Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау порталына инеп, “Биләмәләрҙе беркетеү тураһындағы ҡарар” бүлеген ҡарарға була (һылтанма: complect.edu-rb.ru/ordinances). Теркәү урыны буйынса мәктәпкә барыусылар һәм льготаға эйә булыусылар 30 июнгә тиклем документ тапшыра ала. Был осраҡта 3 июлдән дә һуңға ҡалмайынса мәктәп етәкселеге беренсе класҡа ҡабул итеү тураһында бойороҡ сығара. Ата-әсә улы йәки ҡыҙы өсөн башҡа мәктәпте һайларға ла хоҡуҡлы, әммә был осраҡта төп ҡабул итеү бөткәндән һуң буш урындар ҡалһа ғына баланы уҡырға алыуҙары мөмкин. Мәғариф тураһындағы федераль законда ошо хаҡта әйтелгән. Ундай теләге булғандарҙан ғаризалар ҡабул итеү, буш урындар булған осраҡта, 6 июлдән башлана. Документтарығыҙҙы алғас, өс көндән һуң мәктәпкә ҡабул итеү тураһында бойороҡ сығарасаҡтар. Йәғни был осраҡта үҙенсәлекле конкурс барлыҡҡа килә: кем беренсе өлгөрә, шул үтә. Әгәр теркәү буйынса килеүселәр һәм льготаға эйә булыусылар мәктәптәге урындар һанынан күберәк булһа, хакимиәт һеҙҙең өсөн уңайлы мәктәптән урын табырға тейеш. Киреһенсә лә булыуы ихтимал: мәктәпкә беркетелгән буласаҡ беренсе класс уҡыусылары барыһы ла тиҙ арала ғариза биреп бөтөп, буш урындар ҡалһа, ситтән килеүселәрҙе ҡабул итеү иртәрәк башлана. Был хаҡтағы мәғлүмәт менән мәктәптең рәсми сайтында танышып барығыҙ. Кемдәр льготаға эйә? Тәү сиратта мәктәпкә әлеге мәктәптә бер туған апаһы йәки ағаһы уҡығандарҙы; интернат тибындағы белем усаҡтарына прокуратура, суд, тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренең балаларын; интернат булмаған мәғариф учреждениеларына хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең (шул иҫәптән полиция хеҙмәткәре булып һаналмағандарҙың да) балаларын алалар. Мобилизацияланған граждандар контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүсе статусына эйә, йәғни уларҙың балаларына ла тәү сиратта мәктәпкә алыу льготаһы ҡағыла. Ҡағиҙә булараҡ, 1 сентябргә 6,5 йәштән һәм 8 йәшкәсә балаларҙы беренсе класҡа уҡырға биреү өсөн документтар һәм ғариза тапшырырға мөмкин. Баланың сәләмәтлек йәһәтенән сикләүҙәре булмауы шарт. Шул уҡ ваҡытта саҡ ҡына алдараҡ йәки һуңыраҡ та мәктәпкә барырға була, әммә бының өсөн үҙ районыңдың мәғариф идаралығынан рөхсәт алырға тура киләсәк. Һеҙ документтарығыҙҙы шәхсән алып килә, заказлы хат менән ебәрә алаһығыҙ. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында йәки Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау сайтында (https://complect.edu-rb.ru) онлайн ғариза ҡалдырырға ла мөмкин. Документтарығыҙҙы онлайн алымда тапшырған осраҡта, ташламалар тураһында белешмәләрҙе шәхсән алып килергә тура киләсәк. Ниндәй документтар кәрәк? Баланы беренсе класҡа яҙыу өсөн ата-әсәнең паспорты (төп нөсхә һәм күсермә); тыуыу тураһында таныҡлыҡ (төп нөсхә һәм күсермә); баланың теркәү урыны тураһында белешмә (паспорт өҫтәле аша заказ бирергә мөмкин) кәрәк. Шулай уҡ өҫтәмә рәүештә опека һәм попечителлекте раҫлаған документтарҙы; ата-әсәнең эш урынынан белешмә (ҡабул итеүҙә ташламаға эйә булһағыҙ); психолог-медик-педагогик комиссия һығымтаһының күсермәһе (сәләмәтлек йәһәтенән проблемалар булһа); льготаны раҫлаған документтарҙы һорауҙары ихтимал. Балаһын беренсе класҡа биреү тураһында ғариза яҙған ата-әсә персональ мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ биреп, ҡултамға ҡуя. Бынан тыш, мәктәптең уставы, лицензияһы һәм башҡа рәсми документтары менән танышаһығыҙ. Әгәр балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итеү буйынса һорауҙарығыҙ булһа, БР Мәғариф һәм фән министрлығының “ҡыҙыу бәйләнеше”нә шылтырата алаһығыҙ: 8(347)218-03-26; 8 (347)218-03-24. Эш ваҡыты: дүшәмбенән йомаға тиклем 09.00–18.00 (тәнәфес 13.00–14.00). Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА