Йылдар үтһә лә, ҡыңғырау сыңы, мауыҡтырғыс дәрестәр, күңелле тәнәфестәр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар, конкурстар, сәйәхәттәр – шаулы мәктәп йылдары үҙенең иҫтәлектәре менән һәр саҡ һағындырып торасаҡ. Мәктәп тарихын уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уның уҡыусылары яҙа. Күпме балаға белем биргән, тормошҡа юл күрһәткән, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә үҙенең данлы сығарылыш уҡыусылары менән билдәле булған белем усағыбыҙ – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты быйыл 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында белем усағының юбилей кисәһе уҙҙы. Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы гимназияның тынлы оркестры моңло музыкаль композициялар менән ҡаршы алды. Залда ветерандар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар, ата-әсәләр йыйылғайны. Сараны профессор, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, дирижер Фәнзир Фәйзрахман улы Ниғмәтйәнов етәкләгән “Өфө фанфаралары” өлгөлө