Найти тему

Журналистар теләктәшлек менән көслө

Ике йыл рәттән инде республикабыҙҙың журналистар йәмғиәте – Рәсәй Журналистар союзы иң йоғонтоло эшләгән төбәк бүлексәләре араһында, Волгоград өлкәһенән һәм Мәскәүҙән ҡала, өсөнсө урынды алып килә. Был күрһәткес “Башҡортостан” республика гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт ИСХАҠОВ етәкләгән Башҡортостан Журналистар союзының эшмәкәрлеген етди таныу булып тора. Бөгөнгө әңгәмә – ошо уңышҡа юл тураһында. – Рәсәй Журналистар союзының төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлегенә йомғаҡ өсөнсө йыл рәттән яһала. 2020 йылда илдәге иң яҡшы егерме бүлексә иҫәбенә инеүҙән башлап, 2021 һәм 2022 йылдарҙа беҙҙең Союз алдынғы өсәү сафына сыҡты... – Тураһын әйткәндә, почетлы урын өсөн көнәркәшлек йылдан-йыл киҫкенерәк була бара, иҫәптәге айырма хәҙер бер-ике балл менән генә үлсәнә. Беҙҙе традицион киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа мәғлүмәт эше алып барыуҙағы әүҙемлек һөҙөмтәһенә, файҙалы һәм ҡыҙыҡлы саралар һаны һәм сифатына, йәмәғәт ойошмаһына күпме яңы ағза ҡабул итеүгә ҡарап баһалайҙар. Был иһә беҙҙең Союзға мәғлүмәт майҙанында һәм ижтимағи тормошта торған һайын киңерәк танылыу алыу мөмкинлеге бирә. Беҙҙе һайлауҙары осраҡлы түгел тип уйлайым һәм ошо еңеүҙе Башҡортостандың барлыҡ журналис­та­рының ҡаҙанышы тип иҫәпләйем. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың Журналистар союзы республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы, шул иҫәптән – Башҡортостан юлдаш телеви­дениеһы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы менән берлектә әһәмиәтле саралар ойоштора, уларҙың һаны йыл да 200 самаһы була. Беҙ журфесты (журналистар һабан­туйы), журналистарҙың район-ара берек­мәләрен ҡабаттан тергеҙҙек. Беҙҙең журналистар Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған яғына “Хәтерләйбеҙ. Ихтирам итәбеҙ. Рәхмәтлебеҙ” исемле иҫтәлекле автоуҙышта булды, “Геройҙар уҙышы”нда ҡатнашты, билдәле радио дикторы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры үткәрҙе, Бөтә быуындар журналистары клубында булды, Бөйөк Еңеүҙең йыллығы айҡанлы Мәғариф министрлығы менән берлектә ойошторолған өлкән синыфтар уҡыусылары конкурсын ойошторҙо, яҙ һәм көҙ Журналистар аллеяһына ағас ултыртырға барабыҙ һәм башҡа эштәр уҙғарабыҙ. Ғәмәлдә уларҙың һәр береһендә район-ара ижади берекмәләр рәйестәре һәм “первичкалар” (Союздың урындағы бүлексәләре) секретарҙары, баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, радио һәм телевидение етәкселәре ҡатнаша. Беҙҙең форумдарҙа республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы йәмәғәт ойошмаһының һәм тотош киң мәғлүмәт сараларының бәҫен күтәрә, мәғлүмәт сараларына ҡарата яңы проекттар һәм гранттар өсөн беҙ уға рәхмәт белдерәбеҙ, был ярҙам һөҙөмтәһендә һөнәри оҫталыҡ һәм интеллектуаль кимәл үҫә, хеҙмәттәштәребеҙ яҡынданыраҡ аралаша һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә. Уның башланғысы менән ойошторолған “Медиайыйын” тигән медиафорум журналистарға эш тәжрибәһен уртаҡлашыу өсөн һәйбәт майҙанға әүерелде. Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡо­ловаға ла ошо сараны ойоштороуҙағы ярҙамы өсөн рәхмәт. “Медиайыйын” форумынан һуң Башҡорт­остан Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары Азат Бадрановтың ҡушыуы буйынса Донбасс балалары өсөн “Аҡбуҙат” балалар журналының (мөхәррире Лариса Абдуллина) русса махсус һанын баҫтырып сығарыуҙа әүҙем эшләнек. Бөгөн дә ошо йүнәлештәге эште дауам итәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар файҙаһына бер көнлөк эш хаҡын тәүгеләрҙән булып күсереп, республика журналистары быны ҡабаттан башҡарырға йыйына. Беҙҙең хеҙмәттәштәр көсө менән яҡташтарыбыҙҙың яу урындарынан тиҫтәләрсә репортаждар һәм очерктар баҫылды, фильмдар төшөрөлдө, һүҙ һәм эш менән аныҡ ярҙам күрһәтелде. Республика журналистарының Рәсәй Журналистар союзы, уның рәйесе Владимир Соловьев яғынан иғтибар менән солғап алыныуы аңлашыла. Әйткәндәй, 2022 йылдың 29 октябрендә ил журналистарының Башҡортостандан да 10 кешелек делегация ҡатнашҡан ХIII съезында Владимир Геннадьевич яңынан Рәсәй Журналистар союзының етәксеһе итеп бер тауыштан һайланды. Төбәк ойошмаһы – илдәге иң ҙурҙарҙың береһе, беҙҙә ете район-ара берекмә эшләй, күптән түгел Өфө ҡалаһында тағы ошондай бер берекмә булдырылды. Журналистар сафына инеү ылыҡтырғыс була һәм модаға әйләнә бара, шуның өсөн дә беҙгә яңынан-яңы йәштәр ҡушыла. Йыл һайын ойошмабыҙ 50-60 яңы ағзаға арта бара, ә был үҙе үк Союздың абруйы үҫеүен күрһәтеп тора. Билдәле телевизион алып барыусы һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире, киң мәғлүмәт сараларында 30 йыллыҡ эш тәжрибәһе булған Руслан Шәрәфетдинов бер саҡ ярым шаяртып әйткәнсә, ул “Союзға уның ҡайнап торған эшмәкәрлеген күргәс инергә булған”. Был – ысынбарлыҡ. Беҙҙең Союзды юғары даирәләрҙә һәм Сочиҙағы киң мәғлүмәт саралары форумында ғына түгел, уларҙан ситтә лә күрәләр һәм баһалайҙар. Рәсәйҙәге төрлө йүнәлештәрҙәге сараларҙа ҡатнашыуыбыҙҙы айырым билдәләп китәһе килә. Мәҫәлән, былтыр Сочиҙағы “Бөтә Рәсәй” форумында беҙҙең ойошма икенсе урынды алды. Донецк Халыҡ Республикаһы журналистары менән хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы килешеү төҙөнөк. Быйыл иһә Луганск Халыҡ Республикаһының журналистар ойошмаһы менән ошондай уҡ килешеү төҙөргә йыйынабыҙ. Бынан тыш, беҙ төрлө конкурстар, семинарҙар, исем туйҙары, спорт һәм мәҙәни саралар уҙғарабыҙ. Һәм былар – ҙур эшмәкәрлектең күренеп торған өлөшө генә. Беҙ ышаныслы союзниктарҙың байтаҡ булыуы менән дә отабыҙ һәм ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ, улар – Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары етәксеһе Максим Ульчев һәм уның урынбаҫары Марат Ғәзизов, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директор вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев һәм медиа-директоры Айнар Байбулатов. Союзды оҙайлы йылдар дауамында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаров ярҙамынан ташламай, уның булышлығы менән тулы төҫлө һәм йөкмәткеле “Башҡортостан журналисы” корпоратив баҫмаһы сығып килә. Башҡортостан Журналистар союзы аппаратының бәләкәй, әммә татыу эш иткән командаһы тураһында ла өндәшмәй китеү урынһыҙ булыр. Йәшермәйем, бында яуаплы секретарь Мәүлиҙә Яҡупова, шулай уҡ Журналистар союзы консультанты Илшат Зарипов (ул шулай уҡ “Тамаша” журналының баш мөхәррире лә) һәм бухгалтер Софья Вәлиуллина йөҙөндәге тәжрибә менән йәшлектең һәйбәт берләшмәһе эш итә. – Журналистика – һис шикһеҙ, тормош рәүеше, уға һәр кем үҙ юлы менән барып эләгә. Ә Һеҙ уға нисек килдегеҙ, Һеҙҙең өсөн шәхсән был һөнәр нимәне аңлата? – Ризамын, кемдәрҙер тәбиғи һәләттәре арҡаһында журналист булып китә, кемдер журналистикаға һуңыраҡ һәм аңлы рәүештә килә. Үҙемде икенсе төркөмгә индерер инем. Журналистикала эшләрмен тип бер ҡасан да уйламай инем! Мәғариф системаһында эшләгәндә, шул иҫәптән – уҡытыу-етештереү комбинаты директоры итеп тәғәйенләнгәс тә, мин республика һәм район гәзиттәрендә йәштәрҙе тәрбиәләү, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү проблемалары буйынса әүҙем сығыш яһай инем, балаларҙың иншаларынан тематик гәзит биттәре әҙерләнем. Моғайын да, педагогика темаһына мәҡәләләрҙе күрепме, мине редакцияға эшкә саҡыра башланылар. Мәктәптә уҡытыу осоронда ҡалала ике тапҡыр иң яҡшы уҡытыусы булып танылдым һәм “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы лауреаты иттеләр. Һәм бына мин – оҙайлы алты йылға республика гәзитенең махсус хәбәрсеһе. Хеҙмәтләндергән төбәккә Башҡортостандың көньяғы – Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалалары һәм райондары, Салауат ҡалаһы – инде. Ә артабан, хакимиәт башлығы саҡырғас, “Торатау” баҫмаһы мөхәррире булып эшләй башланым, артабан Ишембай мәғлүмәт үҙәген етәкләргә тура килде, бер юлы башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе һәм район Советы депутаты ла инем. Тормошта бер нимә лә осраҡлы килеп сыҡмай, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Шулайҙыр, күрәһең. Мин мәктәпте һәм уҡытыусы һөнәрен яратыуҙы дауам иттем, ҡайһы саҡ уҡыусыларымды ла һағынам. Әммә гәзит эшенә башкөллө инеп киттем. Журналистиканы тезистар рәүешендә күҙ алдына килтергәндә, ул – кешеләргә (уҡыусылармы улар, гәзитте алдырыусылармы, тирә-яҡтағы бәләкәйҙәр һәм ололармы) аныҡ ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге, тормош уртаһында ҡайнау, заман менән бергә атлау, йөрәгеңде тыңлау һәм ҡайһы саҡ артыҡ көслө тойғоларға бирелеү, урманға төпкәрәк инеү һәм тауҙарҙа бейегерәккә күтәрелеү, осһоҙ-ҡырыйһыҙ юл, уҡыу һәм өҙлөкһөҙ өйрәнергә теләү, үҙеңде аямай эшләү һәм хатта күп нәмәнән (отпуск, отошло сәфәр һәм башҡалар) баш тартырға әҙер булыу. – Башҡортостан Журналистар союзының 2022 йылдың 3 октябрендәге сираттағы ХХХIII съезында йәмәғәт ойошмабыҙ барлыҡҡа килеүенең яңы тарихи датаһы аталды – 1921 йылдың 7 феврале. Шулай итеп, республика Журналистар союзының тарихы 100 йылдан ашыу дәүерҙе үҙ эсенә ала? – Һуңғы осорҙа был һорауҙы йыш бирә инек: әгәр ҙә беҙҙең республика баҫмаларының эшмәкәрлеге бер быуатлыҡ артылышты үткән икән, ни өсөн Башҡортостандың Журналистар союзы ойошторолоу датаһы итеп йә 1957 йылды күрһәтәләр, йә 1958 йыл атала? Шуға саҡлы журналистарҙың ижади ойошмаһы йәки ячейкаһы булманы микән ни? Тарихтың был ҡара табын асыҡлау өсөн республика Журналистар союзы ике йыл элек, Башҡортостандың Милли архивына таянып, үҙ тикшеренеүен башланы. Ошо ике ойошма хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы тыуыуы датаһын билдәләү мәсьәләһен ентекләп өйрәнде. Эш барышында уңыштар ҙа, уңышһыҙлыҡтар ҙа осрап торҙо. Был мәсьәләгә яуапты тарихи дөрөҫлөктө асыҡлау зарурлығы талап итә ине. Ул Журналистар союзының киләсәктәге юбилейын билдәләү өсөн дә мөһим ине. Табылған документтарға ярашлы, журналистар йәмғиәте ойошторолған, әммә беҙҙең ул осорҙағы хеҙмәттәштәр, архив материалдарынан асыҡланыуынса, эште тейешенсә яйға һалып ебәрә алмаған. Архив сығанаҡтарын ентекләп өйрәнеү бөтөнләй икенсе датаны раҫланы. Башҡортостандың Милли архивы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы 1921 йылдың 7 февралендәге 170-се РОСТ бюллетененең “Өфө ҡалаһында журналистар йәмғиәтен ойоштороуға ҡарата” тип аталған 1-се материалында Башҡортостан телеграф агентлығы бүлексәһе буйынса мәғлүмәттә журналистар секцияһының октябрҙән алып эшләүе тураһында раҫлана, йылы күрһәтелмәгән. Моғайын, ҡыҙыл журналис­тар йәмғиәте шул ваҡытта ойошторолғандыр. Архив белгестәре лә ошо датала тип самалай. Шул уҡ ваҡытта, “Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы” ойошторолоу тураһында КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты, РКП (б)-ның Өфө губерна комитеты, РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты, ВКП (б)-ның 1-се ҡала-район комитетының 1920-1923 йылдарҙағы архив фондтарында башҡа мәғлүмәттәр табылманы. Тимәк, был архив документына ярашлы, 1921 йылдың февралендә һүҙ октябрҙә ойошторолған журналистар секцияһы тураһында бара. Логика буйынса – 1920 йылдың октябренән. Икенсе төрлө әйткәндә, ойошма булған, ләкин оҙаҡ эшләй алмаған. Ҡуйылған бурыстарҙы ул үтәгәнме, тарҡалғанмы, йәки артабан үҙгәртеп ҡоролғанмы – уныһын белмәйбеҙ. Һуңғыһылыр, моғайын. Журналистар йәмғиәтенең тап 1920 йылда тыуыуын раҫлаған мәғлүмәттәр булмағас, ләкин 1921 йылда ошо ячейка булыуына һылтанған документ табылғас, тап шул документты нигеҙ итеп алырға булдыҡ. Был документҡа һылтанып, республиканың Журналистар союзы күп тапҡырҙар фекер алышҡандан, әңгәмәләрҙән һәм Башҡортостандың Архив идаралығы менән һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң һәм, ошо идаралыҡтың республиканың ижади ойошмаһын булдырыу датаһына ҡарата ризалығын алғас, юғары органға – Рәсәйҙең Журналистар союзына мөрәжәғәт итте. 2022 йылдың июнендә унан алынған яуапта әйтелеүенсә, “Башҡортостан Республи­каһында 1921 йылда журналистар ойош­маһы (йәмғиәте, секцияһы) булдырылыуын раҫлаған документтар йәки башҡа дәлилдәр асыҡланған осраҡта һеҙ 2023 йылда Баш­ҡортостанда журналистар ойошмаһының 102 йыллығын билдәләй алаһығыҙ”. Һөҙөмтәлә журналистарҙың 2022 йылдың 5 октябрендәге сираттан тыш съезында Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының барлыҡҡа килеү датаһын 1921 йылдың 7 феврале тип иҫәпләү тураһында бер тауыштан ҡарар ҡабул ителде. Шулай итеп, хәҙер был дата документаль раҫланды һәм ул беҙҙең Союздың тыуған көнө тип иҫәпләнә. Барыһы ла логикаға тап килә. Үткән быуаттың 20-се йылдарында журналистар һәм редакциялар коллективтары булған бит. Беҙҙең төп республика гәзиттәре булған “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан” (“Советская Башкирия”), “Кызыл таң” үҙҙәренең юбилейын бер нисә йыл элек үк тантаналы үткәргәйне. Ә хәҙер республиканың йәштәр матбуғаты, “Ағиҙел” журналы ла 100 йыллыҡтарын билдәләй. Ҡыҫҡаһы, ғәҙеллек тантана итте: нигеҙ итеп яңы дата – 1921 йылдың 7 феврале алынды. Бер быуат үткән, икенсеһенә аяҡ баҫтыҡ! Алға, хеҙмәттәштәр! Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры Ғәли Ғәләүетдин улы Хәйретдиновҡа, уның урынбаҫары Ниязбай Булатбай улы Сәлимовҡа, архив идаралығы хеҙмәт­кәрҙәренә тарихи ғәҙеллекте аяҡҡа баҫ­тырыуҙағы ынтылышыбыҙға ярҙам иткән­дәре өсөн ҙур рәхмәт! – Республиканың ижади ойошмаһының киләсәккә пландарында нимәләр бар? – Беҙ артабан барабыҙ, һәр замандың үҙ талаптары бит. Традицион саралар менән бергә күп кенә яңыларын планлаштырабыҙ һәм параллель рәүештә элеккеләрен үҙгәртеп ҡорабыҙ. Башҡортостан Журналис­тар союзы ресурстарын ҡулланып, беҙҙең хеҙмәттәштәр тормошоноң иң мөһим мәлдәрен яҡтыртырға тырышабыҙ. Әйтәйек, махсус хәрби операция башланғандан алып киң мәғлүмәт саралары мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам күрһәтеү мәсьәләләренә әүҙем ҡушылды, тынғыһыҙ һәм изге эш менән шөғөлләнә: үҙ баҫмаларының махсус сығарылыштарын әҙерләй, һалдаттарға хат яҙа, хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн бәйләнгән һәм башҡа әйберҙәр йыя, штаттан тыш ярҙамсыларҙың эшен ойоштора. “Аҡбуҙат” журналы редакцияһы, Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары балаларына ошо сабыйҙарҙың үҙҙәре үк төшөргән һүрәттәре һәм шиғырҙары ҡуйылған махсус һан бүләк итеп, уларға күпме шатлыҡ килтерҙе! Беҙҙе йәмәғәт ойошмаһы сафын артабан тулыландырыу, бер үк ваҡытта уларҙы Союздың уставын боҙған, ойошма менән бәйләнеште юғалтҡан һәм тәртибе лайыҡлы булмаған кешеләрҙән “таҙартыу” эше көтә. Традицион саралар – журфестар, волейбол буйынса турнирҙар, пресс-турҙар, журналистар клубындағы осрашыуҙар – дауам итәсәк. Осрашыуҙар клубына, ғәҙәттәгесә, беҙҙең халыҡ-ара шашка буйынса чемпиондарыбыҙҙы саҡырабыҙ, улар журналистарҙы һөнәри кимәлдә уйнарға өйрәтә. Юғары уҡыу йорттарындағы журналистика факультеты студенттары өсөн Полиграфия музейына экскурсия үткәрәсәкбеҙ, Башҡортостан Урмансылар паркындағы Журналистар аллеяһында ағас ултыртыу буласаҡ һәм башҡалар. Киң мәғлүмәт саралары араһында яңы конкурстар ҙа иғлан иттек. Мәҫәлән, күптән түгел беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға, хәрбиҙәр ғаиләләренә, Башҡортостандан ирекмәндәргә арналған “Беҙҙең геройҙар тураһында һөйләйбеҙ” тигән конкурсты башлап ебәрҙек. Билдәле булыуынса, республика журналистарының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы бар, ләкин һуңғы йылдарҙа ул Хөкүмәт премияһы статусын алды. Был юлы Союз лауреаттар өсөн яңы танытмалар әҙерләне, Шәһит Хоҙайбирҙин музейында ошо конкурста еңгәндәрҙең мөйөшө булдырыла. Былтыр сентябрҙә Журналистар союзы идараһы советының ултырышында Союздың даими нигеҙҙә эшләгән тәүге рәйесе Ризван Хажиевтың иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе күтәрелгәйне. Шул ултырышта публицистика буйынса Р.З. Хажиев исемендәге журналистика премияһын булдырырға ҡарар ителде. Был конкурсты Матбуғат көнөндә иғлан итергә һәм уны ике йылға бер тапҡыр үткәрергә теләйбеҙ. Көҙгө миҙгелдә, ғәҙәттәгесә, Сочиҙа “Бөтә Рәсәй-2023” форумында ҡатнашыуҙы һәм унда беҙҙең киң мәғлүмәт сараларын да күрһәтеүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Проблемалар ҙа бар, һәм улар беҙҙе етди борсой. Был – эш хаҡының аҙ булыуы арҡаһында йәштәр араһында беҙҙең һөнәрҙең абруйы төшөүе, иң яҡшы кадрҙарҙың, бигерәк тә баҫма матбуғаттан китеүе. Киң мәғлүмәт сараларының ҡырҡыу проблемалары тураһында яҡындан тороп фекер алышыу өсөн быйыл йәй район-ара ижади берекмәләр рәйестәрен һәм урындағы бүлексәләр секретарҙарын беҙҙең барлыҡ быуындар журналистары клубында йыясаҡбыҙ. Әңгәмәләшерлек темалар күп. Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр буласағына ышанам, беҙ шуға ынтылабыҙ. Мәүлиҙә ЯҠУПОВА