Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 52-се ултырышында республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров депутаттарға төбәк Хөкүмәтенең 2022 йылғы эшмәкәрлеге тураһында отчет тәҡдим итте. Төп доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны. Был мәҡәләлә унда яңғыраған социаль-иҡтисади күрһәткестәргә һәм маҡсаттарға туҡталмаҡсыбыҙ. Илдәге уртаса кимәлдән юғарыраҡ – Беҙҙең иң беренсе бурысыбыҙ иҡтисадтың тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалыу ине, сөнки был – республика үҫешенең нигеҙе, социаль йөкләмәләрҙең үтәлеше, – тине Радий Фәрит улы сығышының башында. – Йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе индексы 102,7 процент тәшкил итте, был иһә ил буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ. Икенсе йыл рәттән инде республикабыҙ сәнәғәтенең йоғонтололоғо йәһәтенән Рәсәй төбәктәре араһында иң яҡшыһы булып таныла. Кластер моделе буйынса, мәҫәлән, Башҡортостан илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының пилот төбәге итеп билдәләнгән, кластерҙар һаны буйынса алдынғылар сафында. “Алға” махсус иҡтисади зонаһы шулай уҡ икенсе тапҡыр рәттән илдә иң әүҙем үҫеш биләмәһе тип билдәләнде. Беҙҙең ауыл хужалығы уҙған йыл иген культураларынан биш миллион тонна уңыш йыйып алды, был – рекордлы күрһәткес. Башҡортостан торлаҡ төҙөп тапшырыу буйынса тарихи күрһәткескә өлгәште – ул өс миллион квадрат метр булды. – Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен үҫтереү менән дә етди шөғөлләндек, былтыр йыл буйы сәфәрҙәрҙә булдыҡ тиергә лә мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Һөҙөмтәлә тышҡы сауҙа әйләнеше үҫә, беҙҙең өсөн мөһим булған ҙур проекттар тормошҡа ашырыла. Икенсе мөһим бурыс итеп республика етәксеһе оборона сәнәғәте предприятиеларына ярҙамды атаны. Уларҙың бөгөн армияны бөтә кәрәкле нәмә менән тәьмин итеүҙә етди бурыстары бар, уларға беҙ ошо йүнәлештә булышлыҡ күрһәтергә тейешбеҙ. Ныҡлыҡҡа һынау – Үткән йыл Рәсәй өсөн дә, Башҡортостанға ла һәм һәр ҡайһыбыҙ өсөн ныҡлыҡҡа һынау булды, – тине Андрей Назаров үҙенең докладында. – Беҙ иҡтисадты санкциялар арҡаһында барлыҡҡа килгән ысынбарлыҡҡа ярашлы үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләндек. Бер юлы социаль ярҙам системаһын да яҡшырта барҙыҡ, граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү өҫтөндә эшләнек. Дуҫ булмаған дәүләттәрҙең санкциялар баҫымына республика эҙмә-эҙлекле һәм килешеп эшләүҙе ҡаршы ҡуйҙы. Андрей Геннадьевич билдәләүенсә, идара итеү ҡарарҙарының тиҙлеге һәм сифаты хатта коронавирус пандемияһы осорона ҡарата ла яҡшыраҡ булды. – Һис һүҙһеҙ, эште шулай үҙгәртеп ҡороу ҡануни процестарҙы тиҙләтеүҙе лә талап итте. Шуға күрә закондарҙы ҡарау һәм ҡабул итеүҙәге оперативлығы өсөн депутаттар корпусына рәхмәт, – тине Премьер-министр. Тармаҡҡа 104 миллиард һум бүленде Былтыр медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу өҫтөндә лә байтаҡ эш башҡарылған. Республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағына 104 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Һуңғы өс йылда 11 ҙур медицина объекты төҙөлгән. Улар иҫәбендә – дүрт йоғошло ауырыуҙар госпитале. “Пандемия осоронда улар беҙҙең мохтажлыҡты тулыһынса ҡапланы”, – тине Андрей Назаров. Был учреждениеларҙа 43 мең кеше дауаланған. Һөҙөмтәлә былтыр республикала коронавирус менән сирләгәндәр араһында үлем осраҡтары 0,4 процент ҡына булған. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән байтаҡҡа түбәнерәк. Әйткәндәй, Рәсәйҙең 10 төбәгендә йоғошло ауырыуҙар госпиталдәре Башҡортостан проектына ҡарап төҙөлгән. Шуларҙың бишәүһен һалыуҙа беҙҙең республика төҙөүселәре ҡатнашты. Проект Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының юғары баһаһына лайыҡ һәм башҡа илдәрҙә лә ҡулланырға тәҡдим ителгән. Бөтәһе 17,5 миллиард һумлыҡ медицина ҡорамалдары һатып алынған. Бынан тыш, 299 берәмек санитар автотранспорт алынған, был иһә иҫкергән медицина автопаркының өстән бер өлөшөн яңыртыу мөмкинлеген биргән. Башҡортостанда юғары технологиялы медицина ярҙамын 38 ойошма күрһәтә, былтыр 24 меңдән ашыу кеше ошондай кимәлдә хеҙмәтләндерелгән. – Беҙ ауылдарҙа, административ үҙәктәрҙән алыҫ урында медицина ярҙамын күрһәтеүҙең ҡырҡыу торғанлығын беләбеҙ, – тине Премьер-министр. – Шуны күҙ уңында тотоп, һуңғы өс йылда республикала 258 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табиплыҡ амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырылды. Һөҙөмтәлә өҫтәмә рәүештә 150 меңдән ашыу ауыл кешеһе медицина хеҙмәтләндереүе менән тәьмин ителде. Хәҙер беҙҙә ФАП-тар һаны ике меңдән ашып китә. Был – ил буйынса иң ҙур күрһәткестәрҙең береһе. Быйыл беҙ ғәмәлдә барлыҡ ФАП-тарҙы телемедицина хеҙмәтләндереүенә тоташтыра аласаҡбыҙ, шулай уҡ электрон эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы һәм рецептары асыу мөмкинлеге лә артасаҡ. Федераль округта – икенсе урында Былтыр республикала 36 213 сабый тыуған. Был күрһәткес буйынса беҙҙең төбәк Волга буйы федераль округы субъекттары араһында икенсе урында тора. Шуныһы мөһим: бала табыу йорттарындағы үлем осраҡтарын 25 процентҡа кәметеүгә өлгәшелгән. Үлемдең дөйөм күрһәткесе лә 26,5 процентҡа аҙайған. “Абсолют алғанда, был 18 мең кеше тигән һүҙ”, – тине Андрей Геннадьевич. Был осраҡта ғүмер оҙонлоғо 73,01 йәшкә етте, йәғни йыллыҡ артым 3,52 йәш тәшкил итә. – Беҙ республикаға федераль үҙәк билдәләгән маҡсатлы күрһәткестәрҙе байтаҡҡа арттырып үтәнек, – тине Андрей Назаров. – Ковидтан һуңғы осорҙа ғүмер оҙайлығын арттырыу эшендә Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә булып танылдыҡ. Быйыл республикала фаразланған уртаса ғүмер оҙайлылығын 73,5 йәшкә еткереү бурысы ҡуйыла. Сабыйҙар үлемен кәметеү буйынса эш тә һүлпәнәйергә тейеш түгел. Күп балалы ғаиләләр күбәйә Хөкүмәт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – халыҡты социаль яҡлау. Ошо йүнәлештәге сараларҙы тормошҡа ашырыуға былтыр 51 миллиард һум бүленгән. Халыҡ иҫәбен алыу буйынса күптән түгел үткәрелгән саралар мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы 10 йылда Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны 27 процентҡа артҡан. Бөгөнгә республикала 59 мең ошондай ғаилә иҫәпләнә. Был күрһәткес буйынса беҙ Волга буйы федераль округында беренсе һәм ил буйынса етенсе урынды биләйбеҙ. Ғаиләләргә ярҙам – республикалағы социаль сәйәсәттең төп йүнәлештәренең береһе. Балалы ғаиләләр Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу. Республика Хөкүмәте социаль ярҙам пакетын алыуҙы ябайлаштырҙы – бының өсөн бер генә ғариза талап ителә. Һөҙөмтәлә граждандар йыйырға тейешле документтар һаны аҙайҙы, ярҙам күрһәтеү ваҡыты ҡыҫҡарҙы. Күрелгән саралар һәр 10 ғаиләнең туғыҙына бөлгөнлөк шарттарынан сығырға ярҙам итә. Эшһеҙлек кимәленең түбәнәйеүе һуңғы 30 йылдағы рекордты тәшкил итә – 3,4 процент ҡына. Был – ил буйынса һәм Волга буйы федераль округындағы уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк. Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү өсөн Хөкүмәт 1,5 миллиард һум бүлде. “Беҙ был йәһәттән 30 меңдән ашыу кешегә һәм 1,5 мең предприятиеға ярҙам күрһәттек”, – ти Премьер-министр. Эш хаҡы буйынса ла ыңғай динамика күҙәтелә: ул 16 процентҡа үҫте һәм хәҙер уртаса 48 349 һум тәшкил итә. Бынан өс йыл элек эш хаҡының реаль үҫеше буйынса Волга буйы федераль округында 10-сы урында булғанбыҙ, хәҙер – дүртенсе. Башҡортостан дәүләткә ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү һәм социаль хеҙмәттәр алыу мөмкинлеге буйынса ла федераль рейтингта икенсе урынды тота. – Торлаҡ төҙөлөшөндә республика Хөкүмәте төп иғтибарын яңы йорттар төҙөлөшө өсөн тейешле инфраструктура һәм шарттар булдырыуға, күберәк торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙы дәртләндереүгә йүнәлтте, – тине Андрей Назаров. – Бының өсөн беҙ федераль институттар менән хеҙмәттәшлекте киңәйттек. Бөгөн Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса тәүге 10 төбәк исемлегендә килә, ә Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Граждандарҙың льготалар менән файҙаланған өлөшө торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа етди алға китеүгә өлгәште. “Бында беҙ финанслауҙы арттырҙыҡ – дүрт йыл эсендә был күрһәткес 12 миллиард һумға ҙурайҙы”, – ти Премьер-министр. “Алданған өлөшсөләр” проблемаһын хәл итеүҙәге алға китеш буйынса республика тәүге биш төбәк иҫәбенә инә. Һуңғы дүрт йылда 7 842 өлөшсө торлаҡҡа хоҡуғын тергеҙә алған, 117 йорт проблемалы объекттар исемлегенән алып ташланған, уларҙың иң ҙур өлөшө былтырғы осорға тура килә. Һуңғы дүрт йылда шулай уҡ авария хәлендәге йорттарҙан ете меңгә яҡын кеше яңы торлаҡҡа күсерелгән, бының өсөн 1,7 миллиард һум тотонорға тура килгән. Юбилейға әҙерлек Өфө ҡалаһының 450 йыллығына бөтәһе 39 миллиард һумға 21 ҙур проект тормошҡа ашырыласаҡ. Торлаҡ йорттар төҙөп тапшырыу күрһәткесен кәмендә өс миллион квадрат метрға үтәүҙән тыш “Ағиҙел аръяғы” биләмәһендә һыу үткәргестәр төҙөүҙең икенсе сираты тормошҡа ашырыласаҡ. Алдағы 15 – 20 йыл эсендә бында “Яңы Өфө” ҡалҡып сығасаҡ. Һуңғы дүрт йылда 560 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Былтыр ғына ла 45 парк һәм скверҙы, 17 яр буйы урынын, ете майҙанды, 15 йәйәүлеләр зонаһын һәм аллеяһын тәртипкә килтергәндәр. Был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан ике миллиард һум йәлеп ителгән. Башҡортостан Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ҡасабаларҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында уңышлы ҡатнаша. Рәшит КӘЛИМУЛЛИН