17 – 23 апрелдә Ҡан донорлығы аҙналығы үткәрелә. Был сара 20 апрелдә Рәсәйҙә ҡан доноры көнө айҡанлы ойошторола. 500 миллилитрға тиклем ҡан тапшырыу кеше сәләмәтлеге өсөн зыянһыҙ һәм хәүефһеҙ икәнлеге ғилми тикшеренеүҙәр, практик күҙәтеүҙәр тарафынан раҫланған, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Даими ҡан биреү организмға ыңғай йоғонто яһай. Ҡан биреүгә нисек әҙерләнергә: алдан һәм ҡан биргән көндө майлы, ҡыҙҙырылған, быҡтырылған, шул иҫәптән итле, балыҡлы, һөтлө аҙыҡ-түлекте, йомортҡа менән май, шоколад, сәтләүектәр, авокадо, сөгөлдөр һәм банан ашау тыйыла; ҡайнатма менән сәй, тағы һут, морс, компот, минераль һыу эсеү һәм икмәк, һыуҙа майһыҙ бешерелгән ярма, макарон, йәшелсә-емеш (авокадо, сөгөлдөр һәм банандан тыш) ашау яҡшы; ҡан хеҙмәте ойошмаһына барырҙан 48 сәғәт алда алкоголь, аспирин һәм анальгетиктарҙан торған дарыу эсергә ярамай; донацияға тиклем бер сәғәт алдан тәмәке тартыу ҙа кәңәш ителмәй; ҡан юғалтыуын организм иртәнсәк яҡшыраҡ кисерә, шуға быны иртәнге сәғәттә башҡарыу яҡшы. Сәғәт 12-нән һуң даими донорҙарға ғына тәҡдим ителә; төнгө дежурҙан йәки йоҡоһоҙ төндән һуң ҡан бирергә кәңәш ителмәй; имтихан, ярыш, ҡыҙыу эш ваҡытында ла ҡан биреүҙе планлаштырмағыҙ. Фото: health.bashkortostan.ru