Бер кеше сәсен рәтләтеү өсөн парикмахерға килгән. Һөйләшеп киткәндәр. Һүҙ Аллаһ Тәғәләгә барып терәлгәс, оҫта: – Ә мин Хоҙайҙың барлығына ышанмайым, – тип белдергән. – Ниңә? – Юҡ икәне билдәле бит инде. Бына әйтегеҙ әле: Аллаһ бар икән, ниңә ауырыу кешеләр шул ҡәҙәр күп? Яҙмыш ҡосағына ташланған балалар ни өсөн артҡандан-арта? Хоҙай, ысынлап та, булһа, бындай ыҙаланыуҙарға, зар-хәсрәткә юл ҡуйылмаҫ ине. Ир уйға ҡалған, әммә бәхәскә инмәгән. Урамға сыҡҡас, уға сәс-башы туҙған, ҡырынмаған ир осраған. Ҡарап тороуы имәнес, ти. Башына тиҙ арала бер уй килгән ир кире баяғы урынға ингән дә: – Беләһегеҙме, беҙҙә парикмахерҙар юҡ ул! – тип белдергән. – Нисек инде? Ә мин?.. – Әгәр парикмахерҙар булһа, арабыҙҙа сәс-башы туҙғандар йөрөмәҫ ине. Анау кеше кеүек... – Һуң ул бит үҙе беҙгә килмәй... – Шулай шул – эш тап шунда. Аллаһ бар. Тик бәғзеләр үҙҙәре Уға килмәй. Донъяла шуға ла аһ-зар, бәлә-хәсрәт бихисап. Изге Рамаҙан айында Аллаһ юлына ынтылғандар артһын, иншаллаһ. Ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын! 18 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының "Дини тәҡүим! китабынан). Фото: islam.ru