Найти в Дзене

Туған телде ситтә лә һаҡлайыҡ

"Сит ергә күскәс, миңә туған башҡорт телемдә аралашыу етмәй башланы. Мин - өс бала әсәһе, шуға ла балаларымдың телде онотмауы, халҡының тарихын, мәҙәниәтен белеүе үтә лә мөһим. Шулай итеп башҡорт телен өйрәнеү түңәрәге асыу идеяһы тыуҙы", – ти Роза Мәжит ҡыҙы Һатбалова. Ул 2017 йылда Нижневартовск ҡалаһына йәшәргә күсә. Бында ете меңләп башҡорт халҡы вәкиле йәшәй, был ҡала халҡының яҡынса өс процентын тәшкил итә. Улар Башҡортостанды тыуған ере итеп һанай һәм нефть сәнәғәте өлкәһендә эшләп туҡтағас, шунда йәшәргә ҡайта. – Иң башта социаль селтәрҙәр аша Нижневартовскиҙа йәшәгән башҡорттар берләшмәһен – "Югра башҡорттары"н таптым, уның әүҙемсеһенә әйләндем, ә бер аҙҙан мине рәйес итеп һайланылар. Балалар өсөн башҡорт теле түңәрәге ойошторорға тәҡдим иттем, уны хупланылар һәм 2021 йылдың сентябренән китапханала йәмәғәт башланғысы менән тәүге дәрестәрҙе үткәрҙек. Түңәрәк популяр булып китте, дәрестәрҙе киңәйтергә теләп, "Хазина" башҡорт теле курстары" тигән проект менән Башҡортостан Башлығы

"Сит ергә күскәс, миңә туған башҡорт телемдә аралашыу етмәй башланы. Мин - өс бала әсәһе, шуға ла балаларымдың телде онотмауы, халҡының тарихын, мәҙәниәтен белеүе үтә лә мөһим. Шулай итеп башҡорт телен өйрәнеү түңәрәге асыу идеяһы тыуҙы", – ти Роза Мәжит ҡыҙы Һатбалова. Ул 2017 йылда Нижневартовск ҡалаһына йәшәргә күсә. Бында ете меңләп башҡорт халҡы вәкиле йәшәй, был ҡала халҡының яҡынса өс процентын тәшкил итә. Улар Башҡортостанды тыуған ере итеп һанай һәм нефть сәнәғәте өлкәһендә эшләп туҡтағас, шунда йәшәргә ҡайта. – Иң башта социаль селтәрҙәр аша Нижневартовскиҙа йәшәгән башҡорттар берләшмәһен – "Югра башҡорттары"н таптым, уның әүҙемсеһенә әйләндем, ә бер аҙҙан мине рәйес итеп һайланылар. Балалар өсөн башҡорт теле түңәрәге ойошторорға тәҡдим иттем, уны хупланылар һәм 2021 йылдың сентябренән китапханала йәмәғәт башланғысы менән тәүге дәрестәрҙе үткәрҙек. Түңәрәк популяр булып китте, дәрестәрҙе киңәйтергә теләп, "Хазина" башҡорт теле курстары" тигән проект менән Башҡортостан Башлығы грантына конкурстарҙа ҡатнаштыҡ һәм еңеүгә өлгәштек, – тип һөйләй Роза Мәжит ҡыҙы. Курста башҡорт телен өйрәнеү халыҡтың мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнеү менән бергә үрелеп бара. Уҡтан атыу, милли аш-һыу, бейеү, йыр, урындағы башҡорттар менән әңгәмәләшеү кеүек практик дәрестәр ҙә бар. Уҡыу һәр йәкшәмбе үткәрелә, унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә йөрөй. – Хәҙер дәрестәргә 30 кеше – 15 бала, 15 өлкән кеше – килә. Ҡайһы саҡта бынан күберәк балалар йыйыла, тотош ғаилә менән килеүселәр бар. Тәүҙә башҡортса бөтөнләй һөйләшмәгән балаларҙың үҙ-ара туған телдә аралашҡанын күҙәтеү ҡыҙыҡ. Улар хәҙер олатай-өләсәйҙәре менән рәхәтләнеп туған телдә аралаша ала.Проектты тормошҡа ашырыу буйынса ХМАО-ның алты ҡала-ҡасабаһында булыу ҡаралған: Сорғот, Когалым, Лянтор, Түбәнге Сартым, Лангепас, Совет ҡасабаһы. Маҡсат – проект менән таныштырыу, был урындарҙа ла башҡорт теле курстарын асыу. 10 майға ҡәҙәр коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың республиканың дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә бирелгән Башҡортостан Башлығы гранттарына конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Тулы мәғлүмәт Фондтың рәсми сайтында: грантыглавы102.рф/. Конкурста Башҡортостанда теркәлгән ойошмалар, шулай уҡ, әгәр ҙә проекттары башҡорт телен Башҡортостандан ситтә һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән икән, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәгеләр ҙә ҡатнаша ала. Фото: Фондтан.