Республикала йәшәгән һәр кем төҙөкләндереү объекттары өсөн онлайн-тауыш биреү ярҙамында тыуған ҡалаһын йәки ауылын йәмлерәк итә ала Тауыш биреү Рәсәй Президенты тәҡдим иткән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла. Был проект Рәсәй ҡалалары үҫешенә яңы этәргес бирәсәк, уларҙың йөҙөн үҙгәртеүгә һәм халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыуға булышлыҡ итәсәк. 2022 йылда Башҡортостанда 122 объект өсөн тауыш бирелгән, ә быйыл тауыш биреү өсөн 185 объект ҡуйылған. Кем тауыш бирә ала? Тауыш биреүҙә 14 йәштән өлкәндәр ҡатнаша. Нисек ҡатнашырға? 2023 йылдың 31 майына тиклем 02.gorodsreda.ru сайтында тауыш биреү өсөн объекттар исемлеген ҡарарға һәм уларҙың береһе өсөн тауыш бирергә. Улар араһында үҙегеҙ яратҡан паркты, скверҙы, спорт майҙансығын, яр буйын һәм һыу ятҡылығын табырға мөмкин. Иғтибар итегеҙ, проект сиктәрендә 1000-дән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙағы объекттарҙы төҙөкләндерәләр. Рәсәй Хөкүмәтенең 2017 йылдың 10 февралендәге 169-сы ҡарары: http://gov.garant.ru/SESSION/PILOT/main.htm ❓Тауыш биреү һөҙөмтәләрен ҡайҙан ҡарарға Тауыш биреү йомғаҡтары «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» проекты порталында баҫылып сығасаҡ. Иң күп тауыш йыйған йәмәғәт биләмәләре 2024 йылда уҡ төҙөкләндереләсәк. Уңыштар! #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Йәшәгән урыныңды матурлау өсөн тауыш биреүҙә ҡатнаш!
17 апреля 202317 апр 2023
1 мин