“Башҡортостан” гәзите Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Бәйләнештә” төркөмөндә конкурс иғлан итте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Улар араһында Йылайыр районының Матрай ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Илмир Йәрмөхәмәтов та бар. Ул 2020 йылдан Матрай ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы вазифаһын үтәй. Илмир Салауат улы Йәрмөхәмәтов 1982 йылда Йылайыр районының Матрай ауылында тыуып үҫкән. Матрай урта мәктәбен тамамлағас, Күмертау физкультура училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Хәрби хеҙмәтен Амур өлкәһендә Хәрби-һауа көстәре ғәскәрендә үтә. Армиянан ҡайтҡас, Себер тарафтарында вахтаға йөрөй, "Башинформсвязь" предприятиеһында электромонтер булып эшләй. Ҡатыны Венера Нөғәмән ҡыҙы менән Гөлнәзирә, Зөлхизә исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр. Илмир Салауат улы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, депутат була. 2017 – 2020 йылдарҙа ауылыбыҙҙың мәсетендә имам вазифаһын башҡарған. 2020 йылдың октябренән Матрай ауылы хакимиәте башлығы вазифаһын тапшырғандар. Йәш етәксе дәртләнеп эшкә тотонған. Матрай ауыл биләмәһенең хакимиәте район һәм республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙа, программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл Матрай ауылы Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнаша. Шулай уҡ урындағы халыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам йыя, ауылдарҙы төҙөкләндереү эштәрендә лә әүҙемдәр. "Һәр эште халыҡ менән бергә килешеп эшләйбеҙ, шул саҡта ғына һөҙөмтә була", - ти Илмир Йәрмөхәмәтов. Илмир Салауат улына уңыштар теләйбеҙ. Фото: vk.com