Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Аҡ сәскә – һиңә бүләк”

"– Кеше ғүмере – миҙгел генә, кеше бәхете – мәл генә. Кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй. Эҙләнәбеҙ. Тормош арбаһын тартып, күп егеләбеҙ. Ә ваҡыт барыбер етмәй. Нимә ул һеҙҙең өсөн – ваҡыт? Кешеләр ваҡыттың ҡәҙерен белер өсөн нимә эшләргә тейеш? Ҡәҙер итергә кем өйрәтергә тейеш?" З.Нурлығаянов. Йылайыр районының Матрай мәҙәниәт йортонда "Илһам" халыҡ театры режиссеры Мәүлиҙә Заманова етәкселегендә “Аҡ сәскә – һиңә бүләк” спектакле тулы зал йыйҙы. Уның авторы – табип Радик Зөфәр улы Нурлығаянов. "Әлеге пьеса аша тамашасыларыбыҙға иманлы булырға, мөхәббәт, өмөт, ышаныс менән йәшәргә кәрәк, тигәнде еткергем килде. Аҡ сәскә – ваҡыт, тормош символы", – ти драматург. Тамашасылар бөгөнгө көнкүрештең актуаль һорауҙарын асыҡлаусы, спекталде бер тында ҡараны. Берсә уйға батып, берсә көлөп, берсә ниндәйҙер эпизодтарҙан үҙенең тормошон күҙ алдына килтереп, күҙгә килгән йәштәр үҙ ирке менән тамды... Һәр үҙешмәкәр актер, төрлө өлкә белгестәре, үҙенең роленә етди ҡарап, уны залдағы һәр кемгә еткерә алды. Матрай урта мәктәбе уҡытыусыһы Венера Йәрмөхәмәтова өләсәй ролен тулыһынса урынына еткереп башҡарҙы, һәр һүҙе күңелгә үтеп инеп тамашасыны әсир итте. Атай-әсәй ролен башҡарған мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Гөлсимә Солтанова һәм Руслан Йәрмөхәмәтов инде тиҫтәләгән йылдар сәхнәлә эшләүҙәре ролдәрҙе оҫта башҡарыуҙарында сағылды. Матур ғаилә "Башҡорт баҡыры" асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәре Венера Амакасова һәм шәхси эшҡыуар, Матрай мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Илшат Насыров табип ролен айырыуса тәбиғи, килешле итеп һүрәтләй алыуҙары һәр кемгә оҡшаны. Иң йәш башҡарыусылар: йәштәр ролендә – Матрай урта дөйөм мәктәбе уҡыусылары Ильяс Сыңғыҙов, Розалия Боҫҡонова, Ғайсар Рәхмәтуллиндар тәүге сығыш яһауҙарына ҡарамаҫтан образдарын оҫта сағылдырҙылар. Бәлки, уларҙы киләсәктә ҙур сәхнәләрҙә лә күрергә насип булыр. Ауыл ерендә театр етәкләүе бик ауыр, режиссер булыу ғына түгел, костюмдар, декорация әҙерләү һәм башҡа бик күп мәшәҡәттәр Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙының иңенә төшә. Әммә ул ошо мәшәҡәттәрҙе урынына еткереп башҡара. Артабан да ижади уңыштар, тулы зал тамашасылар йыйып, театрҙың тағы ла яңы үрҙәргә ынтылыуын теләйек. Гөлназ Арыҫланова. Йылайыр районы.