Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хореография залы – беҙҙең хыял

Башҡортостанда уҡыусыларҙың башланғысына нигеҙләнгән "Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау" проектына Әбйәлил районының Буранғол урта мәктәбе уҡыусылары ла ихлас ҡушылды. Бәйгегә бөтәһе алты инициатив төркөм үҙ проекттарын сығарҙы. Шулар араһында мәктәптә заманса хореография залы булдырыу ҙа бар. Был проектың төп маҡсаты – уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереүҙә уңайлы шарттар булдырыу. Ошо маҡсаттан сығып, киләсәктә ниндәй заманса хореография залы буласағын күҙ алдына баҫтырып нимәләр кәрәклеге тураһында мәғлүмәт тупланыҡ, смета төҙөлдө. Иркен, яҡты заманса йыһазландырылған залда уңайлы иҙән, көҙгөләр, станоктар, кейем өсөн шкафтар – барыһы ла иҫәпкә алынды. “Киләсәктә беҙҙең был проектыбыҙ еңеп сыҡһа, Башҡортостанда бейеү сәнғәтен үҫтереүгә әҙ булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерер инек”, – ти тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Нәйлә Камил ҡыҙы. Балалар ойошмаһының матбуғат министры Гөлзиә Килдейәрова. Әбйәлил районы Буранғол ауылы.