Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ысын тылсым тыуҙырыусылар

“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылған Дүртөйлө районы Әсән ауылының яңы быуын китапханаһы “Урындағы гений” проекты һәм “БабичСтудия” ижади мульти оҫтахана проекты сиктәрендә эшләүен дауам итә. Ул Президенттың мәҙәни башланғыстар фондынан грант ярҙамы алған. Китапхана ҡарамағындағы ижади мультиоҫтаханаһында “Башҡортостан” киностудияһының режиссер-аниматоры Айгөл Байрамғолова йәштәр өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Айгөл Байрамғолова – Рәсәйҙең Рәссамдар союзы, АИАП ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара һынлы сәнғәт ассоциацияһы ағзаһы. 2011 йылдан “Башҡортостан” киностудияһында эшләй. Уйын фильмдары рәссамы. Анна Мальгинованың "Важнее не бывает" анимация фильмының ҡуйыусы-рәссамы сифатында эшләгән ("Мастер" студияһы, Мәскәү ҡалаһы). 2015 йылда Айгөл Байрамғолова үҙенең пластилин анимацияһы техникаһында төшөрөлгән "Урал менән Шүлгәндең мажаралары" таҫмаһы өҫтөндә эшен тамамланы. Айгөл С.А. Герасимов исемендәге кинематография институтында уҡыуы, сәнғәттәге юлы, анимация фильмдары төшөрөү тарихы һәм теорияһы, күренекле анимация сәнғәте ижадсылары хаҡында һөйләгән. Үҙенең эшен – "Урал менән Шүлгәндең мажаралары" йәнһүрәтен күрһәткән. Эш тәжрибәһенә таянып, анимация фильмын төшөрөүҙең төп этаптарын аңлата. Балалар Айгөл Азамат ҡыҙын ҡыҙыҡһынып тыңлаған, һорауҙар биргән. “Йәнһүрәт төшөрөү ысын мәғәнәһендә тылсым менән сағыштырырлыҡ. Бөгөн иһә Айгөл Азамат ҡыҙы менән осрашҡандан һуң рәссам-аниматорға уҡырға барғым килде”, – тигән Әсән урта мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Динияр Ситдиҡов. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.