Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аттар үрсетеү менән шөғөлләнә

Краснокама районының бизнес-шерифы Юлиә Насирова белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) районда маҡсатлы эш алып барыла. Краснокама районының Сауыҙбаш ауылынан Фәнил Вәхитов ат үрсетеү менән шөғөлләнә. Үҙ эшен ул 2022 йылдың аҙағында - социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә аса. Әле эшҡыуарҙың көтөүендә 18 баш ат иҫәпләнә. Тәүҙә Фәнил халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә эш эҙләүҙә ярҙам итәсәгенә өмөтләнеп мөрәжәғәт итә. Әммә Мәшғүллек үҙәге белгестәре менән һөйләшеүҙәрҙән һуң Фәнилгә үҙ эшен ойошторорға тәҡдим итәләр. - Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, бизнес-шерифтар булараҡ, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн кооперативҡа финанс ярҙам күрһәтеүгә дәғүә итеүсе ҡатнашыусыларҙың бизнес-пландарын ҡарау буйынса комиссия ағзалары булып торабыҙ, бөтә ултырыштарҙа ла ҡатнашабыҙ, ултырыштар барышында консультация һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтәбеҙ. Финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән саҡта Фәнил бер нисә ат аҫрағайны ла инде, ләкин өҫтәмә ярҙам булмау сәбәпле, был эшмәкәрлекте киңәйтергә һәм аҡса табыу сығанағына әүерелдерергә килеп сыҡманы. Фәнил Вәхитовтың ат аҫрау буйынса үҙ тәжрибәһе булғанлыҡтан, бизнес-проектты яҡлауы ҡыйын булманы. Эшҡыуарлыҡ проектын ҡараған комиссия өсөн йәйгеһен малдарҙы көтөүлектә аҫрау өсөн ҡуртымға алынған майҙандар, буласаҡ эшмәкәрлекте алып барыу өсөн база булыуы ла мөһим факторҙар булып торҙо. Һөҙөмтәлә эшҡыуарға 350 мең һум күләмендә субсидия бүленде, дәүләт ярҙамына һигеҙ ат һатып алды, - ти Юлиә Насирова. Аттарҙы аҫрау буйынса оҫта эш итеү яҡшы һөҙөмтәләр бирә - хужалыҡта тәүге ҡолондар күренә башлаған. Тиҙҙән тағы дүрт-биш ҡолонсаҡтың донъяға килеүе көтөлә. Шуға күрә йәйгә өйөрҙәге аттарҙың һаны 20 баштан ашып китергә тейеш. Әлбиттә, һәр эштә үҙенең ауырлыҡтары бар, әммә фермер уларҙы йырып сыҡҡыһыҙ тип һанамай һәм бейәләр һанын арттырырға, йылҡысылыҡты үҫтерергә ынтыла. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Юлиә Насирова.