Дегәнәк...Ә мин үҙем был мөғжизәле үләнде ҡасан аңлай, һанлай башланым? Бөтөнләй икенсе ҡараш менән күҙ һалдым? Тәү ҡарашҡа бер матурлығы булмаған, киреһенсә бимазалап, кейемгә йәбешкәк сәскәләре менән һырылып аптырата торған үләнде аңлар өсөн мәктәп, институт белеме түгел, ә ғүмер ағышының бер мәлендә үҙемдең эске хәләтемдең торошоның тирә-яҡ Аллаһы Тәғәлә биргән бөтмәҫ-төкәнмәҫ тәбиғәттән йыраҡлаша барғанын һәм шуның арҡаһында йәшәү көсөнең кәмей барғанын аңлауҙан башланды. Үҙемдең генә түгел, тирә-яғымдағыларҙың да хасталана, сырхаулана башлауы мине хафаландырҙы. Соңғолға төшөп барғанды аңлау күҙҙәрҙе бәйләп, томан шаршауы булып торған кәрәкмәгән белемдәрҙән таҙарынырға, яңы белемгә алыштырырға, яһалма ынтылыштарҙы ысындан айырырға, ихтыяр көсөн туплап иң беренсе үҙемде аңларға йәки иң оҙон юл – үҙемдең эске доньямды, минән нимә көткәнде аңлау юлына баҫыуҙан башланды. Бөтөнеһен тәфсирләп яҙһаң, бер ҙур китап була. Һәм күптәр был юлды үтә тип уйлайым. Ошо мөғжизәле юлда күпме мөғжизә