Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инеү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм ниндәй талаптарға яуап бирергә кәрәк, документтарҙы нисек тапшырырға һәм ниндәй түләүҙәр бар – бөгөнгө көндә иң көнүҙәк һорауҙарҙың береһе булып тора. Башҡортостан халҡы был темаға тиҙ арала яуап ала алһын өсөн, Республикаға идара итеү үҙәге министрлыҡтарҙағы һәм дәүләт комитеттарҙағы коллегалары, Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты менән берлектә чат-боттар әҙерләне: https://t.me/contractRBBot, https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot. Был сервистар тиҙ арала мәғлүмәт алырға ярҙам итә, шулай уҡ һорауҙар тыуһа, халыҡҡа ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген әйтә. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: ЦУР Башкортостан (vk.com)