Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡорт телен белеү эштә ярҙам итә

“Башҡортостан” гәзите Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Бәйләнештә” төркөмөндә конкурс иғлан итте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Улар араһында Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған Наталья Сатина ла бар. Ул 2021 йылдан Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Наталья Владимировна Сатина Әбйәлил районының Селивановка ауылында тыуып үҫкән. 1982 йылда Дәүләт урта мәктәбен тамамлағас, Йоматау ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес бер йыл дәүләт банкында, унан Дәүләт ауыл хакимиәтендә иҫәпсе-хисапсы булып эшләй. 1987 йылда кейәүгә сыҡҡас, Сиҙәм ауылына йәшәргә күсә. Бында килгәс тә ул шунда уҡ Әлмөхәмәт ауылына эшкә урынлаша һәм 35 йылдан ашыу урындағы халыҡҡа үҙ кеше булып, намыҫлы хеҙмәт итә. Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә дүрт меңгә яҡын кеше йәшәй. Уларҙың һәр береһенең һулышын тойоп, биләмәләге тормош өсөн яуаплылыҡты тойоп, кәрәк саҡта ярҙа ҡулы һуҙырға әҙер Наталья Владимировна. Әйтергә кәрәк, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте Әбйәлил районында алдынғылар иҫәбендә. Улар район һәм республика кимәлендә уҙғарылған төрлө сараларҙа, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү һәм башҡа программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләү еңелдән түгел, был осраҡта ғаиләңдең аңлап ҡабул итеүе лә мөһим. Был йәһәттән Наталья Владимировнаның тылы ныҡ – ире Василий Васильевич һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Наталья Владимировна фиҙакәр хеҙмәте менән район етәкселеге алдында абруй ҡаҙанған. Ул башҡортса матур һөйләшә. Әйтергә кәрәк, телде белеү уның эшен күпкә еңеләйтә, урындағы халыҡ алдында хөрмәт ҡаҙаныуға булышлыҡ итә. Уңған, кешелекле, ярҙамсыл Наталья Владимировнаға уңыштар теләйбеҙ. Фото: vk.com