Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан "Кеник" ҡушаматлы доброволец ҡамауҙан сығыр өсөн миналы ялан аша дүрт саҡрым юл үткән. Ул RT порталына үҙенең үлемдән ҡотолоу тарихын уртаҡлаша. 2022 йылдың көҙөндә Кениктың отряды Луганск Халыҡ Республикаһында ҡамауға эләгә. Ул үҙе ҡаты яралана - умыртҡа бағанаһы йәрәхәтләнә, аяҡтары һына. Бер мәл һалдат яңғыҙы ҡала. Уның һөйләүенсә, өс көн һыуһыҙ һәм аҙыҡ-түлекһеҙ интегә, дошмандан бетон дренаж коллекторында ҡасып ята. «Әрем үләне - ул нашатырь спирты кеүек. Уның еҫе шундай ҡырҡыу. Аңымды юғалтып барһам, уны өҙөп ала һәм еҫкәй инем», - тип һөйләй "Кеник". Яугир осраҡлы рәүештә табып алған рация ярҙамында Рәсәй ғәскәрҙәре яғына сыға ала. Уның аша "Опер" исемле һуғышсы менән бәйләнешкә инә. «Минаға эләкмәҫ өсөн ул ҡайһы яҡҡа шыуышырға кәрәклеген әйтә ине. Төндө ағас ултыртылған урман һыҙатында үткәрергә тура килде. Иртән йәнә шыуыштым һәм 500 метрҙан һуң беҙҙең егеттәрҙе осраттым», - ти "Кеник". Шунан ауыр яралы һалдатты танкка тейәп, госпиталгә алып китәләр. Шулай "Кеник" иҫән ҡала. Фото: topwar.ru