Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был ике нәмә кешене һәләк итә

Тоҙ менән шәкәрҙе халыҡ телендә “аҡ үлем” тип атап йөрөтәләр. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме, юҡмы? Табиптар раҫлауынса, улар йоғошло сирҙәргә ҡарағанда ла күберәк кешене һәләк итә. Туҡланыуҙа йыш ҡына ниндәй кәмселектәргә юл ҡуябыҙ, ниндәй аҙыҡтарҙы самалап, ҡайһыларынан бөтөнләй баш тартыу хәйерлерәк булыр ине? Ошо хаҡта табип-диетолог Сергей Бойцовтың кәңәштәренә күҙ һалайыҡ. Уның әйтеүенсә, артыҡ майлы аҙыҡтар кеше һаулығы өсөн файҙалы түгел. Был аҙыҡтарға тауыҡ, күркә, йорт ҡуяны, майлы булмаған ит сорттарынан башҡа ҡалған ит аҙыҡтарын индерергә була. Майлы ит ашауҙы сикләргә кәрәк. “Мин бөтөнләй ашамағыҙ, тип әйтмәйем, әммә даими ҡулланыу ярамай. Шулай уҡ ҡуйылығы юғары булған, майлы һөт аҙыҡтарын файҙаланыуҙы кәметергә кәрәк. Әгәр йогурттар яратаһығыҙ икән, уларҙың биш процентлыһын, ә ҡаймаҡтың ун процентлыһын алығыҙ. Бик күп аҙыҡтарҙа трансизомерлы май кислоталары бар – торт, кәнфит, вафли, чипсы һәм башҡа шундай кетерҙәк тәмле-татлы аҙыҡтарҙың барыһында ла тиерлек. Магазиндарҙа һатылған һуттар менән дә артыҡ мауығыу ярамай, сөнки уларҙа шәкәр ифрат күп. Иртән баллап сәй эсеү файҙалы, әммә бер аш ҡалағында көндәлек шәкәр нормаһының өстән бер өлөшө булыуын онотмағыҙ. Беҙ күнеккән туҡланыу рационын файҙалы аҙыҡтар менән тулыландырырға мөмкин бит. Тәү сиратта йәшелсә һәм емеш-еләккә иғтибар итегеҙ, көн һайын өҫтәлегеҙҙә помидор, ҡыяр һәм йәшел тәмләткестәрҙән салат, бер-ике төрлө емеш булһын. Иң ябай вариант – көнөнә ике алма йәиһә бер алма менән бер әфлисун. Виноградта шәкәрҙең күп булыуын онотмағыҙ. Икенсе урында – ҡыяҡлылар, ярмалар. Былары бик ябай аҙыҡтар – еңел үҙләштерелеүсе бутҡа һәм ғәҙәттәге икмәк, тик тоҙо күп булмаһын. Ҡуҙаҡлыларҙың ни өсөндөр беҙҙең илдә “абруйы” юҡ, беҙҙә фасоль байтаҡ үҫтерелеүенә ҡарамаҫтан, уны аҙ ҡулланабыҙ, күпләп сит илдәргә һатабыҙ. Ә бит борсаҡ һәм ҡуҙаҡлылар үҫемлек аҡһымына – кәрәкле аминокислоталарға бай. Дингеҙ балығын аҙнаһына ике тапҡыр ашау сәләмәтлек өсөн файҙалы. Рационда шәкәр һәм кондитер изделиелары ун проценттан да артмаҫҡа тейеш. Рәсәйҙә халыҡ ике тапҡырға күберәк ашай, тигән фекер менән килешәм. Үҫмерлек осоронда кешегә үҫешеү өсөн нығыраҡ туҡланыу талап ителә, аҙыҡ тиҙ үҙләштерелә, май ҡатламы барлыҡҡа килмәй. Тик 10-20 йылдан һуң организмға үҫмерлек осорондағы кеүек ашау талап ителмәй. Әммә һимереүгә килтереүсе туҡланыу ғәҙәте һаҡлана, ашҡаҙан күләме ҙурайған көйө ҡала. Саманы белмәй элеккесә туҡланғанда ирҙәрҙә висцераль (эске) май ҡатламы үҫешә башлай, тәү сиратта ҡорһаҡ киңлегендә, бауырҙа, ҡарынъяуҙа. Икенсе төрлө әйткәндә, бәләкәй ҡорһаҡ үҫеп сыға. Артабан 35-45 йәштәрҙә абдоминаль һимереү (кәүҙәнең өҫкө өлөшөндәге һәм ҡорһаҡтағы артыҡ май) менән яфаланған ирҙең портретын күҙ алдына килтерергә мөмкин. Һөҙөмтә билдәле инде: артериаль гипертензия, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефе барлыҡҡа килә. Һау-сәләмәт булыу өсөн сама менән ашауҙан тыш, шәкәр һәм тоҙҙо файҙаланыуҙы кәметегеҙ. Колбаса, икмәк-булка, ыҫланған, консерваланған изделиеларҙа тоҙ күп, ул – төп консервант. Ни өсөн ул сәләмәтлек өсөн зарарлы? Аҙыҡ-түлектәге тоҙ менән артериаль гипертония араһында тығыҙ бәйләнеш бар. Тоҙ организмдағы шыйыҡлыҡты тотҡарлай, шулай итеп, тамырҙар системаһында гидродинамик баҫым күтәрелә. Олоғайған һайын кешенең ҡайһы бер функциялары насар эшләй башлай, шул иҫәптән бөйөрҙәр ҙә һәләтен кәметә, тоҙҙарҙы сығарып бөтә алмай, ә был үҙ сиратында өлкәндәрҙең ҡан баҫымын арттыра. Тоҙҙо төрлө тәмләткестәр менән алмаштырырға мөмкин. Мәҫәлән, Ҡытайҙа, Латин һәм Үҙәк Америкала ҡан баҫымы күтәрелеүе менән яфаланған ауырыуҙар аҙ, улар тоҙ урынына төрлө тәмләткестәр, файҙалы үләндәр һәм лимон ҡуллана. Шәкәр байтаҡ сәнәғәт аҙыҡтарында тупланған – сироп, һут, бал, консерванттар һәм кондитер изделиеларында айырыуса күп. Организмға емеш-еләк менән ингән шәкәр ҙә етә. 2025 йылға тиклем Сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, йоғошло сирҙәрҙе контролләү һәм иҫкәртеү стратегияһын әҙерләү барышына ярашлы, беҙ сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса уртаҡ фекергә килдек. Әлегә трансизомерлы майҙарҙы аҙыҡҡа ҡушыу мәсьәләһе асыҡ ҡала, сөнки тап шулар нигеҙендә (мәҫәлән, маргарин) ризыҡ етештерелә. Тағы ла икмәк-булка сәнәғәтенә ҡағылған мөһим проблеманы хәл итеү зарурлығы бар. Икмәктәге тоҙ миҡдарын яйлап кәметеүгә өлгәшеү һаулыҡ һаҡлауҙағы киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлөш индерәсәк”,– тигән фекерҙә билдәле диетолог. Фото: Семейный доктор.