Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Контракт буйынса хеҙмәт итеү – лайыҡлы ҡарар

Махсус хәрби операция үҙ шарттарын ҡуя һәм төрлө йәштәге күп ир-егеттәр хәрби комиссариаттарға Ватанға хеҙмәт итеү, нацизмға ҡаршы көрәшеү, үҙ иленә ярҙам күрһәтеү теләге менән мөрәжәғәт итә. Шуға күрә Рәсәй Оборона министрлығы контракт төҙөү ваҡыты һәм уны үтеү шарттары буйынса өҫтәмә ҡарарҙар ҡабул итә. Был мәсьәләләрҙе аңлатыу маҡсатында, 4 апрелдә Ҡариҙел районында осрашыу үтте, унда ҡатнашыусыларға яңылыҡтар тураһында һөйләнеләр. Тыуған илде һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлау – Ҡариҙел районының ауыл советтары, йәмәғәт ветерандары ойошмалары һәм урындағы халыҡ вәкилдәре менән үткән осрашыуҙа төп тема булды. Сараға саҡырылған ҡунаҡтар – “Башҡортостан Республикаһы диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлай Моратов һәм контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инструкторы Максим Кох ҡатнашыусыларҙы контрактсыларҙың хеҙмәт шарттары менән таныштырҙылар, кандидаттарға ҡуйылған талаптар һәм тейешле социаль гарантиялар тураһында һөйләнеләр. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәрг

Махсус хәрби операция үҙ шарттарын ҡуя һәм төрлө йәштәге күп ир-егеттәр хәрби комиссариаттарға Ватанға хеҙмәт итеү, нацизмға ҡаршы көрәшеү, үҙ иленә ярҙам күрһәтеү теләге менән мөрәжәғәт итә. Шуға күрә Рәсәй Оборона министрлығы контракт төҙөү ваҡыты һәм уны үтеү шарттары буйынса өҫтәмә ҡарарҙар ҡабул итә. Был мәсьәләләрҙе аңлатыу маҡсатында, 4 апрелдә Ҡариҙел районында осрашыу үтте, унда ҡатнашыусыларға яңылыҡтар тураһында һөйләнеләр. Тыуған илде һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлау – Ҡариҙел районының ауыл советтары, йәмәғәт ветерандары ойошмалары һәм урындағы халыҡ вәкилдәре менән үткән осрашыуҙа төп тема булды. Сараға саҡырылған ҡунаҡтар – “Башҡортостан Республикаһы диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлай Моратов һәм контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инструкторы Максим Кох ҡатнашыусыларҙы контрактсыларҙың хеҙмәт шарттары менән таныштырҙылар, кандидаттарға ҡуйылған талаптар һәм тейешле социаль гарантиялар тураһында һөйләнеләр. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәргә юғары эш хаҡы, төрлө ярҙам тәҡдим ителә: льготалар, кредит һәм һалым каникулдары, юғары уҡыу йорттарында балаларҙы уҡытыу өсөн бюджет урындары. Улар мотлаҡ рәүештә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын ала, ул ғүмер буйы уларҙа ҡала. Ҡариҙел ауылы үҙәгендә – Ленин урамы, 8 адресы буйынса контракт хеҙмәтенә инергә теләүселәргә консультация ярҙамы күрһәтеү өсөн махсус пункт эшләй, унда һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап һәм өйрәнеү өсөн аңлатма буклет ала ала. Йәнле аралашыу барышында эксперттар бер нисә тиҫтә һорауға яуап бирҙе һәм контракт төҙөргә теләүселәр ғаилә башлығы өйҙә булмаған ваҡытта яҡындары иғтибарһыҙ ҡалмаясағына, ә ҡайтҡас элекке урынына эшкә урынлашасағы тураһында ла аңлаттылар. – Бөгөнгө сәфәрҙең маҡсаты – тәү сиратта халыҡҡа махсус хәрби операция башланғандан алып бер йыл эсендә булған ваҡиғалар тураһында һөйләү. Мин Ҡариҙел районы халҡына ҙур күләмдә күрһәтелгән гуманитар ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтергә килдем. Халҡыбыҙҙы яҡларға кәрәклеге тураһында халыҡҡа аңлатыу өсөн дә. Контракт хеҙмәте ир-егеттәрҙе йыялар, шуға ярашлы был хаҡта һөйләшеү ҙә бара. Беҙ Ҡариҙел районы халҡын хәрби хеҙмәткә контракт төҙөргә теләүселәрҙе йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа саҡырабыҙ, – тине Юлай Моратов. “Әгәр егеттәр контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләк белдерһә, ул хәрби комиссариатҡа йәки һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итә ала. Бындай күсмә майҙансыҡтар Башҡортостан Республикаһының һәр муниципалитетында урынлашҡан. Бөгөнгө көндә республикала бындай контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр күп, беҙ һәр кем менән шәхсән эшләйбеҙ һәм барыһын да аңлатабыҙ”, – тине Максим Кох. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.