Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты 4 апрель 18 сәғәткә һыу кимәлен бәйле хәл менән таныштыра. Өфө йылғаһы, Уҡман ауылы, Благовещен районы, кимәле 320 см (55 сантиметрға күтәрелгән, хәүефле кимәл -1071 см). Алты муниципаль берәмектә: Сибай ҡалаһында, Баймаҡ районында, Бишбүләк, Иглин, Миәкә райондарында һәм Өфө ҡалаһындағы «Альбатрос» һәм «Козарес» коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һыу баҫыу осрағы контролдә тотола. Башҡортостанда ташҡынды белгестәр тәүлек әйләнәһенә автоматлаштырылған система, Ка-32 вертолеты һәм пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланып күҙәтә. Һәр кем түәбәндәге һылтанма буйынса Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтына инеп, йылғаларҙағы көнүҙәк хәлде ҡарай ала: http://portal.introgis.com/CoGIS/FloodRB#. Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.