Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 2023 йылдың 28 февраленән 1 мартына тиклем Мәскәүҙә «Беҙ бергә. Спорт» күргәҙмәһе барышында «Бизнес спринт (Мин спортты һайлайым)» федераль программаһы сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында тәүге концессия килешеүҙәренә ҡул ҡуйылған. «2022 йылда спорт тармағын финанслауға 7 миллиард һум йүнәлтелгән. «Бизнес-спринт» проекты сиктәрендә 4 спорт объектын төҙөү өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп иттек. Был - Рәсәйҙә иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе», - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров. Мәҫәлән, республикабыҙ «Бизнес-спринт» проекты буйынса яңы спорт объекттары төҙөүгә федераль бюджеттан 748 миллион һум аласаҡ. Ул дәүләт-шәхси партнерлыҡты күҙ уңында тота - төҙөлөшкә 150 миллион һумдан ашыу аҡсаны инвесторҙар һаласаҡ һәм ҡалған сумманы республика бюджеты өҫтәйәсәк. Федераль финанслау ярҙамында түбәндәге йорттар төҙөләсәк: - Өфө ҡалаһында - Дим биҫтәһендә «Бал» универсаль спорт комплексы; - Нефтекама ҡалаһын