Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, былтыр республика мәғарифын үҫтереүгә 91 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. - Был - уҙған өс йыл эсендә иң ҙур сумма. Дөйөм алғанда, бюджетыбыҙҙы “белемгә йүнәлешле” тип баһаларға мөмкин, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы – илдә иң ҙурҙарҙың береһе. Уға 1010 мәктәпкәсә ойошма, ике меңдән ашыу мәктәп, 93 колледж һәм һигеҙ вуз инә. - 2022 йылда 5,5 мең урынлыҡ биш мәктәп һәм 510 урынлыҡ дүрт балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. Рәсәй Президентының өс йәшкәсә балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урын менән тәьмин итеүгә өлгәшеү буйынса Указын ваҡытынан алда үтәнек. Тағы биш мәктәпте һәм өс балалар баҡсаһын сафҡа индерәсәкбеҙ. Бынан тыш, өс коррекция мәктәбен яңыртабыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәттәренә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙең ыңғай динамикаһы